Юлдарҙа “һуғыш” дауам итә10.10.2012
Юлдарҙа “һуғыш” дауам итәҮткән ял көндәрендә генә республикала 60 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, 17 кешенең ғүмере өҙөлгән, 65 кеше төрлө тән йәрәхәте алған.
Тәүге урында – йәйәүлеләрҙе тапатыу: өс көндә – 24 осраҡ! Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һәләк булғандар ҙа бар. Миҫал өсөн, Орджоникидзе районында бер ир "НефАЗ" тәгәрмәсе аҫтында ҡалһа, ошо уҡ кистә Өфөлә төнгө бер тирәһендә 20 йәшлек ҡыҙҙы сит ил автомобиле бәрҙереп киткән.
Икенсе урында – бәрелештәр. Үҙегеҙ белеп тораһығыҙ: водителдәр һәр ваҡыт ҡайҙалыр ҡабалана, бер-береһен уҙырға тырыша, әйтерһең дә, бер нисә минут ғүмергә торошло. Йәл, әммә ҡайһы саҡта бәғзеләр теләгән урынына барып етә алмай шул... Бәләбәй һәм Кушнаренко районындағы ике юл-транспорт ваҡиғаһында дүрт кеше донъя менән хушлашҡан, ике осраҡта ла водителдәр, самаһыҙ ҡабаланып, башҡа машиналарҙы уҙырға тырышҡан.
Иң ҡурҡынысы шунда: беҙ ошондай ҡот осҡос хәлдәргә шул тиклем күнеккәнбеҙ, хатта мәғлүмәтте "шулай тейеш икән" тип ҡабул итәбеҙ ҙә, оҙаҡ та тормай, онотабыҙ. Һуңынан бер ни булмағандай рулгә ултырып, сәйәхәткә сығып китәбеҙ... Эйе, замана үҙенсәлеге шунда: автомобиль һәр ғаиләлә тиерлек бар, һәр ҡайһыбыҙ юлға сыға, тик, ни эшләптер, "бындай хәл минең менән булыуы мөмкин түгел" тип ифрат яңылыша.
...Ауырғазы районы буйлап елдергән йәш ғаилә лә, һәүетемсә әңгәмәләшеп, янындағы балаларына ҡыуанып, киләсәккә пландар ҡороп, ҡайҙалыр китеп барғандыр... Ләкин ремонт барған юл участкаһында ғаилә башлығы ҙур тиҙлектә ҡаршыға килеүсе йөк автомобиленә бәрелгән. Һөҙөмтә – водитель һәм уның биш айлыҡ сабыйы шунда уҡ йән биргән, 25 йәшлек ҡатыны менән өс йәшлек ҡыҙы ауыр хәлдә дауаханаға оҙатылған.
Бөгөн Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаттары, юғары власть даирәләре юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге проблемаларын хәл итеүҙең төрлө ысулын тәҡдим итә, әлбиттә. Атап әйткәндә, иҫерек килеш рулгә ултырғандарға штраф күләмен йөҙҙәрсә мең һумға еткереү, автомобиль йөрөтөү хоҡуғынан ғүмерлеккә мәхрүм итеү, юғары тиҙлек өсөн дә ҙур штраф түләтеү һәм башҡа ҡаты саралар күреү хаҡында әле лә ҡыҙыу бәхәстәр бара. Әммә... водителдәр әллә бөтөнләй закондар менән ҡыҙыҡһынмай, әллә ил власы менән ябай халыҡ һәр ҡайһыһы үҙ тормошо менән йәшәй... Былай ҙа демографик көрсөктә булған илдә йыл һайын юл һәләкәттәрендә 40 меңгә яҡын кешенең ғүмере өҙөлөүе — ысын мәғәнәһендә һуғышҡа тиң фажиғә.
Ғөмүмән, хәлде ыңғай яҡҡа һиҙелерлек үҙгәртеү мөмкинме, бының өсөн ниндәй саралар күреү фарыз? Әлбиттә, иң тәүҙә кешеләрҙең аңындағы битарафлыҡ менән көрәшеү зарур. Ҡәҙимге юл ҡағиҙәләрен үтәмәгән, тимәк, башҡаларҙың ғына түгел, үҙенең дә ғүмере өсөн яуаплылыҡ тойғоһо кисермәгән кешеләрҙән нимә көтөргә?
Г. РӘСҮЛЕВА.


Вернуться назад