Урам — ҡаланың йөҙө10.10.2012
Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Ирек Ялалов менән уның урынбаҫары Сынтимер Баязитов журналистарға баш ҡаланың социаль-иҡтисади үҫеше һәм Республика көнөнә әҙерлек хаҡында һөйләне.

Ирек Ишмөхәмәт улы торлаҡ, юл, социаль объекттар төҙөлөшө, төҙөкләндереү мәсьәләләренә туҡталды. Юл-транспорт инфраструктураһына килгәндә, быйыл төп иғтибар урамдарға капиталь ремонт эшләүгә йүнәлтелгән. Һөҙөмтәлә 39 объектта төҙөкләндереү эше башҡарылған, тағы ла 22-һендә юл киңәйтелгән. Уларҙың араһында Октябрҙең 50 йыллығы, Цюрупа, Пархоменко, Рәсәй, Пушкин, Туҡай кеүек ҙур урамдар бар.
Хакимиәт башлығы билдәләүенсә, быйыл ҡаланы йәшелләндереү, урамдарҙы яҡтыртыу буйынса ла күп эш башҡарылған. Торлаҡ һәм социаль объекттар төҙөүгә айырым иғтибар бүленә: һигеҙ айҙа дөйөм майҙаны 334,9 мең квадрат метрлыҡ йорт файҙаланыуға тапшырылған. Авария хәлендәгеләрҙе төҙөкләндереү йәһәтенән дә алға китеш бар. Ирек Ишмөхәмәт улы һуңғы йылдарҙа тыуымдың артыуын да билдәләне. Мәҫәлән, быйылғы ете айҙа баш ҡалала 8 982 сабый донъяға килгән — былтырғы күрһәткескә ҡарағанда 618-гә күберәк.
Сынтимер Биктимер улы байрам программаһы хаҡында һөйләне. Уның әйтеүенсә, йолаға ингән сараларҙан тыш, ШОС һәм БРИКС саммитына әҙерлек йәһәтенән ҙур күләмле проект — “Өфө — дуҫлыҡ һәм берҙәмлек ҡалаһы” исемле фестиваль ойошторола. Сара бөгөн асыла, иртәгә унда ҡатнашыусыларҙың Рус академия драма театры алдындағы майҙанда сығыш яһауы көтөлә.
Хакимиәт етәкселәре журналистарҙың һорауҙарына яуап бирҙе, уларҙы етеп килгән байрам менән ҡотланы.
Д. ИШМОРАТОВА.


Вернуться назад