Өфө ҡалаһының Октябрь районындағы “26-сы торлаҡ-коммуналь идаралығы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте үҙ биләмәһендәге социаль объекттарҙы һәм йорттарҙы йылытыуҙы тәүгеләрҙән булып башланы.
— Август аҙағында беҙ хеҙмәтләндергән күп ҡатлы 84 йорт та файҙаланыуға әҙер ине. Йылылыҡ, һалҡын һәм йылы һыу менән тәьмин итеүҙә өҙөклөк, шөкөр, булғаны юҡ, — ти идаралыҡ етәксеһе Илшат Ғәтиәтуллин. — Сантехник, слесарь кеүек һөнәр эйәләренә ниндәйҙер кимәлдә кәмһетеүле ҡараш йәшәп килгәне билдәле, әммә тап уларҙың тырышлығы, оҫталығы, үҙ бурысына намыҫлы ҡарауы һөҙөмтәһендә ҡышҡы ҡаты һыуыҡта ла баш ҡала халҡына коммуналь хеҙмәтләндереүгә бәйле борсолорға, хәүефләнергә сәбәп юҡ. Шуны ла билдәләргә кәрәк: ойошмаға беркетелгән йорттарҙың күпселеге уҙған быуаттың 60-сы, 70-се йылдарында төҙөлгән. Был эшселәр иңенә тағы ла яуаплылыҡ өҫтәй. Үҙ һөнәренә тоғролар күп беҙҙең арала, шуларҙың береһе — Фәнүз Мөслимов. Ул идаралыҡта теүәл 50 йыл эшләй, коллективтың ғорурлығы ла, алмаштырғыһыҙ кәңәшсеһе лә.
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры, БАССР-ҙың атҡаҙанған коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәре, күп тапҡыр РСФСР-ҙың һәм республикабыҙҙың маҡтау грамоталары менән бүләкләнгән Фәнүз Ғәрәфетдин улы хаҡында БАССР Министрҙар Советының элекке рәйесе Зәкәриә Аҡназаров та “Йылдар. Эштәр. Кешеләр” исемле хәтирәләр китабында йылы һүҙҙәр менән иҫкә алған. Ундай хөрмәткә сантехник, һис шикһеҙ, өлгөлө хеҙмәте һөҙөмтәһендә лайыҡ.
— Ошо йортта ҡырҡ йылдан ашыу йәшәйем, Фәнүз ҡорҙашты ла күптән беләм. Хәйер, уны танымаған кеше юҡтыр. Йорт менән бергә санузел да иҫкерә бит, шуға күрә уға мөрәжәғәт итергә тура килә. Күп осраҡта үҙенең кәрәк-ярағын алып килә лә сафтан сыҡҡанын “һә” тигәнсе алмаштырып та ҡуя. Ҡорҙаштың эшенән ҡәнәғәтбеҙ, — ти геройыбыҙ хеҙмәтләндергән өйҙә йәшәүсе Владимир Цветохин.
Шишмә районының Йәрми ауылындағы ишле ғаиләлә бишенсе бала булып тыуа Фәнүз. Ауыл тормошоноң ауыр сағы. Малайға колхоз эшенә иртә егелергә тура килә. Тракторсы ярҙамсыһы булып эшләгәндә аяғын имгәтә. Әрме йәшенә еткәс, хәрби комиссариатта: “Хеҙмәткә яраҡһыҙһың”, — тип күңеленә хафа һалалар. Ул осорҙа һалдат тормошон үтмәгән егеттәргә кәмһетеүле ҡараш йәшәп килгәнгә күрә, Фәнүз комиссариат хеҙмәткәрҙәрен йөҙәтеп бөтә. Алалар. Биш йылдан ашыу хеҙмәт итергә тура килә уға.
Армиянан ҡайтып, бер нисә йыл заводта эшләп алғас, ошонда эшкә килә. Мөхәббәте Флүрә Хәбир ҡыҙын да ошонда осрата. Зөлфиә менән Әлмирә исемле ике ҡыҙ үҫтерҙе улар. Ейән-ейәнсәрҙәре менән ғорурланып йәшәй бөгөн Мөслимовтар.
Йәмәғәт эшендә уңғанлығы менән танылған кеше көнкүрештә һыната буламы! Фәнүз Ғәрәфетдин улы оҫта баҡсасы ла. Йыл һайын тиҫтәләрсә банка йәшелсә тоҙлай, еләк-емеш ҡайната. Был эште яҡындарына ла ышанып тапшырмай ул — үҙе эшләргә күнеккән.
Я. УСМАНОВ.