Халыҡ ихтыяры. Тыйыу мөмкинме?10.10.2012
Генерал Шайморатовҡа бәйле фекер алышыу — тәбиғи хәл. Уға Герой исемен биреү буйынса ҡултамға йыйыу ҙа ойошторолдо. Акцияны кемдең башлап ебәреүе билдәһеҙ. Туранан-тура әйтергә була: акция — халыҡ ихтыяры.

Был хаҡта уй-ниәт күптән йөрөй ине. Ун — егерме йыл элек үк һуғыш ветерандары берәмләп тә, күмәкләп тә үҙ фекерен белдерә килде. Улар ғына түгел, Шайморатовҡа Герой исемен юллау теләге хеҙмәт ветерандары, студенттар араһында ла ишетелеп торҙо. Республика Хәрби Дан музейы һәм уның филиалының эшмәкәрлек дәүерендә был уй ҡуйыра төштө. Ни өсөн тиһәң, музей — тарихи дөрөҫлөк, батырҙарҙың данын юллау, пропагандалау үҙәге, шуның менән бер рәттән фронтта юғалып ҡалғандарҙың исем-шәрифен тергеҙеү буйынса методик эш алып барыу урыны. Ҡайҙа-ҡайҙа, музейҙа халыҡ фекере төйөнләнә, үҫеш ала һәм таралып китеү өсөн ерлек таба.
Музейҙа, башҡа йүнәлештәрҙәге эш менән бер ҡатарҙан, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының тарихы буйынса эҙләнеүҙәр, материал туплау әүҙем бара. Методологик нигеҙ булараҡ, беҙ беренсе сиратта Сабир Ҡадировтың һәм Тәминдәр Әхмәҙиевтең китаптарын ҡулланабыҙ. Башҡа сығанаҡтар ҙа бар. Әммә беҙгә шуныһы асыҡ: С. Ҡадиров үҙенең “Урал бөркөтө” һәм “Уттар-һыуҙар аша” китаптарын шәхси тәьҫораттарына, хәтеренә таянып яҙған. Ул ваҡытта авторға архив материалдарына мөрәжәғәт итеү мөмкинлеге булмаған, шуға күрә субъектив ҡараш ҡайһы берҙә һиҙҙереп ҡуя. Нисек кенә булмаһын, С. Ҡадиров үҙ ваҡытында дивизия тарихын яҙып ҡалдырыу юлында тау-таш ярып эшләне, мөмкин булмағанды атҡара алды. Уның был хеҙмәттәре үҙе иҫән сағында ҡаршылыҡ тыуҙырған осраҡтар ҙа була ине. Башҡаларҙың ҡулынан килмәгәнде эшләүе оҡшамай ине бәғзеләргә.
Тәминдәр ағай Әхмәҙиевтең “Башкирская гвардейская кавалерийская” тип аталған монографияһына килгәндә, ул архив сығанаҡтарына нигеҙләнеп эшләнгән, бөгөнгө һәм киләсәк быуын тарихсылары һәм киң ҡатлам тарих һөйөүселәр өсөн төплө сығанаҡ булараҡ өҫтөн.
Былар тураһында яҙып тороу һис тә артыҡ түгел. Беҙ ике йылға бер ғилми-ғәмәли конференция ойоштороп торабыҙ. Шул иҫәптән генерал Шайморатовтың хәрби хеҙмәтенә һәм һуғыштағы батырлығына ҡағылышлы конференция ла булды.
Тик шуныһы эсте бошора: тарихсыларыбыҙ совет дәүерен, шул иҫәптән Бөйөк Ватан һуғышы осорон тикшереү-өйрәнеүҙән бөтөнләй ситләште. Бер профессор — М.А. Бикмеев — Хоҙай рәхмәте менән ошо өлкәлә эшләп килә. Ә өйрәнәһе материал көтөп ята. Бөгөн-иртәгә эшләмәһәк, милли тарихыбыҙҙа күп нәмә онотолоп ҡаласаҡ. Рәсәй Ҡораллы Көстәренең Подольск ҡалаһында Үҙәк архив залдарында шуны күреп ғәжәпләндем: төрлө яҡтан күпләп киләләр. Айырым төбәктәрҙән бер-ике оҫта етәкселегендә студенттар эшләй. Тимәк, һуғыш осоро тарихынан ситләшеү ярамай, уны өйрәнеүҙе эҙмә-эҙлекле дауам итеү зарур.
Дивизия тарихында һаҡлаған бай материалды Тәминдәр Әхмәҙиев өйрәнгән, Әхтәм Ихсан “ҡарап сыҡҡан”.
Бөгөн Башҡорт кавалерия дивизияһының тарихын тулыраҡ өйрәнеүҙе республика халҡы талап итә. Атлы яугирҙәрҙең вариҫтары музей хеҙмәткәрҙәренә тынғы бирмәй. Көн һайын бер нисә кеше килә. Араларында “давайлаусылар” булып тора, ләкин музейҙа киң планда һәм тәрән тикшеренеү алып барыу мөмкинлектәре сикләнгән. Беҙ ҡулдан килгәндең барыһын да эшләйбеҙ. Халыҡ рәхмәте яуа тора.
Мәктәп балаларын йәлеп итеүҙе лә урынлы тип иҫәпләйем. Бына мин — һуғыш осоро балаһы. Уҡытыусы ауыҙынан йыш ҡына сәйәси һүҙҙәр ишетелеп торор ине, беҙ уны яҡлай инек һәм, иншалла, ситкә тайпылманыҡ. Бөгөнгө балаларға һуғыш Геройын яҡларға тәҡдим ителә икән, тимәк, был гражданлыҡҡа саҡыра, белемде арттыра.
Шайморатовтың геройлығын Мәскәү танырмы-юҡмы, ә халыҡ ихтыярына юл ҡуйыу — демократияның бер дәлиле.
Фәрит ВАХИТОВ,
Хәрби Дан музейының
ғилми хеҙмәткәре.


Вернуться назад