Бергәләп изгелек ҡылайыҡ09.10.2012
Бергәләп изгелек ҡылайыҡ“Беҙ мәрхәмәтлек менән шөғөлләнмәйбеҙ”, “Куликово һуғышында ҡатнашҡандарға инеү бушлай” тигән мыҫҡыллы яҙыуҙарҙы күреп йөрәк әрнеп ҡуя. Рәсәй империяһы осоронда уҡ изгелек ҡылыу, йәмғиәт өсөн файҙалы эштәр башҡарыу һәр сауҙагәр өсөн ҡәҙимге ғәмәл һаналған. Хәҙерге заманда мәрхәмәтлек эшмәкәрлеген нисек йәнләндерергә? Уҙған шәмбелә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Октябрьский ҡалаһында хәйриә мәсьәләһе буйынса республика советының күсмә ултырышын үткәрҙе. Унда министрлыҡ һәм ведомство вәкилдәре, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, предприятие етәкселәре ҡатнашты.

— Октябрьский изге кешеләр төйәгенә әүерелер тип ышанам, — тине Рөстәм Хәмитов. — Был ҡалала беренселәрҙән булып мәрхәмәтлек марафоны ойошторолдо. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә йөҙәрләгән балаға ярҙам күрһәтелде.
Әйткәндәй, “Бергәләп изгелек ҡылайыҡ” марафоны Октябрьский ҡалаһында 1 августа уҡ башланып киткәйне. Урындағы етәкселек бер нисә мөһим йүнәлеште билдәләй. Киң мәғлүмәт сараларының ярҙамында марафон ойошма етәкселәрен генә түгел, ябай халыҡты ла йәлеп итә.
“Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит” акцияһы 259 уҡыусыны яңы кейем, уҡыу кәрәк-ярағы менән һөйөндөрә. Бының өсөн 1 миллион 140 мең һум аҡса йыйылған.
“Һирәктәр, әммә көслөләр” акцияһы иһә ҡаты сирле балалар өсөн ойошторолған. 1 миллион 240 мең һум аҡса кескәйҙәрҙең һаулығын яҡшыртыуға китәсәк.
Ултырышта инвалид балаларға ярҙам итеү мәсьәләһе лә ҡаралды. “Әсә йөрәге” советы рәйесе Гөлшат Ибраһимова ҡайһы бер проблемаларҙы юғары кимәлдә хәл итеү кәрәклеген белдерҙе.
— Сирле балаларҙың күпселегенә бассейнға йөрөү ҡаралған, әммә был ҡағыҙҙа ғына ҡала. Сөнки бассейндар етешмәй. Махсус ысул буйынса эшләгән тренер ҙа булһа ине. Ошоларҙы ла хәл итә алһаҡ, уларҙың хәлен күпкә еңеләйтер инек.

24 ғаилә өсөн был көн үтә лә шатлыҡлы булды. Чапаев урамында урынлашҡан яңы йортта күптәр өй туйланы.
Ҡала үҙәгендәге яңы йорт ҡыҫҡа ваҡыт эсендә сафҡа индерелгән. Ул 18 бер бүлмәле һәм алты ике бүлмәле фатирҙан тора. Өс ҡатлы заманса йортто төҙөү өсөн 19 миллион 168 мең һум аҡса сарыф ителгән.
Етемдәр һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар, уҡытыусылар, йәш ғаиләләр Президент ҡулынан асҡыс алып ҡыуанды.
Етемдәргә торлаҡ федераль закон нигеҙендә бушлай бирелһә, уҡытыусыларға республика Хөкүмәте ярҙам иткән — фатир алыу өсөн 300 мең һум күләмендә аҡса күсергән. Әгәр ҡалала квадрат метрҙың уртаса хаҡы 36 мең булһа, бюджет хеҙмәткәрҙәре осһоҙораҡҡа — 33 процентҡа алған.
— Шатлығымдың сиге юҡ, — ти Алина Гәрәйшина. — Был көндө мин 12 йыл көттөм. Бөгөн бер үк яҙмышлы 12 тиҫтерем асҡыс алып ҡыуанды.
Президентыбыҙ Рөстәм Хәмитов юлдарҙы төҙөкләндереү эштәре менән дә танышты. Йәмғеһе 24 йорт янында юлдар ипкә килтерелгән, унда балалар өсөн майҙансыҡтар ҙа төҙөлгән.
Сүп-сарҙы йыйыуға 10 махсус контейнер урынлаштырыласаҡ. Ундайҙар Рәсәйҙең Санкт-Петербург ҡалаһында ғына бар икән. Бындай контейнер ҡуйылғас, кешеләр хужалыҡ ҡалдыҡтарын асыҡ көйөнә күрмәй, элеккеләй ҡағыҙҙар ҙа туҙышып ятмай.
Президент ҡаланың 34-се биҫтәһендәге 220 урынлыҡ балалар баҡсаһын төҙөү барышы менән дә танышты. Уны сафҡа индереү өсөн 157 миллион һумдан ашыу аҡса тотонолған. Ниндәй генә уңайлыҡтар юҡ унда! Бассейн, спортзал, компьютер класы, стоматолог, логопед, психолог кабинеттары... Киләһе айҙың башында балалар баҡсаһы үҙ ишектәрен асасаҡ.
Төҙөлөш эштәренән Президент ҡәнәғәт ҡалды.
— Октябрьский күркәмләнгән, — тине Рөстәм Хәмитов. — Уны республикабыҙҙың иң яҡшы ҡалаларының береһе тип әйтер инем. Тиҙҙән ул нефтселәр төбәге генә түгел, изге кешеләр йәшәгән төбәккә әүерелер тип ышанам.
Айгиз БАЙМӨХӘМӘТОВ


Вернуться назад