Баймаҡ почтамты — республикала иң ҙур һәм табышлы эшләгән предприятиеларҙың береһе. 32 элемтә бүлексәһен (шуның 28-е — ауылдарҙа) берләштергән татыу коллективта 170-ләп кеше тупланған.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡулайлаштырыу беҙҙең тармаҡты ла ситләтеп үтмәне. Ауылдарҙағы элемтә бүлексәләрендә почта хеҙмәте аҙнаның өс көнөндә генә күрһәтелә, йәғни почтальондарыбыҙ тулы булмаған хеҙмәт хаҡына эшләргә мәжбүр. Шуға күрә матбуғат таратыуға кеше табыуы еңел түгел. Мәҫәлән, һуңғы осорҙа ғына 92 почтальонды 46-ға ҡалдырырға тура килде. Улар ошоғаса бер йәки ике ауылды хеҙмәтләндерһә, әле ҡайһыларына хатта бишәү тура килә. Эштәре ауыр һәм яуаплы. Ҡар-буранмы, ямғырмы, томра эҫеме — гәзит-журналдарҙы ваҡытында таратырға бурыслылар. Етмәһә, хужаһыҙ эттәрҙең ташланыуы, подъезға инә алмауҙары, бәғзе бер йорттарҙа почта йәшниктәренең эленмәүе лә байтаҡ уңайһыҙлыҡтар тыуҙыра.
Оҙаҡ йылдар үҙ эшенең оҫтаһы булып танылған һәм халыҡ менән ихлас эшләгән почтальондарыбыҙ ҙа бихисап. Мәҫәлән, Ишмөхәмәт элемтә бүлексәһенән Юнир Хәсәнов Байыш, Ҡарамалы һәм Яңғаҙы ауылдарына шәхси автомашинаһы менән почта таратыуҙан тыш, халыҡҡа төрлө хеҙмәттәр ҙә күрһәтә. Айына 50 мең һумлыҡ хеҙмәт атҡарған почтальондың эш хаҡы ла юғары. Әйткәндәй, уның күләме үҙҙәренә лә бәйле, йәғни халыҡ менән уртаҡ тел тапҡандарҙың, матбуғатҡа күберәк яҙҙырыусыларҙың һәм төрлө хеҙмәт күрһәтеүселәрҙең эше лә, ашы ла бар тиергә мөмкин.
Шулай уҡ Ҡаратал һәм Ҡуянтау ауылдарын хеҙмәтләндергән Галина Акимова хаҡында ла йылы һүҙҙәр генә әйтер инем. Уның айлыҡ хеҙмәт күрһәткесе 60 мең һумдан ашып китә. Почтальон теләүселәргә көнкүреш техникаһын да алып ҡайта. Ғөмүмән, тырышҡанда барыһын да эшләргә мөмкин. Әлеге ваҡытта ҡул ҡаушырып йәки нимәлер көтөп ултыра торған саҡ түгел. Әгәр предприятие үҙ көнөн үҙе күрмәһә, тиҙ арала юҡҡа сығыуы ла ихтимал.
Рәсәй почтаһы халыҡ өсөн барса уңайлыҡтар тыуҙырырға тырыша. Мәҫәлән, беҙҙә почта картаһы уңышлы эшләй. Һәр кем элемтә бүлексәһендә карта асып, уның ярҙамында барлыҡ түләүҙәр буйынса хисаплашыу мөмкинлегенә эйә. Хатта тимер юл һәм авиабилеттарҙы ла почта аша һатып алырға йәки алдан заказ бирергә була. “Яратҡан клиент” картаһын тотоусыларға почта хеҙмәттәренән файҙаланғанда карта иҫәбенә бонустар күсерелә.
Барыһы ла клиенттарға уңайлы булһын өсөн эшләнә. Алдан әйтеүемсә, почтала үҙ эшенең оҫталары тир түгә, шуға ла Баймаҡ почтамты — алдынғылар рәтендә. Бигерәк тә Темәстән Фәниә Йосопова, Түбәнән Хәбирә Әхмәтова, Юлыҡтан Илүзә Вәлиева һәм Ишмөхәмәттән Миңниса Кәримова оҙаҡ йылдар элемтә бүлексәһе начальнигы вазифаһын башҡара. Берҙәм булғанда һәм һөнәреңде күңел биреп атҡарғанда ғына яҡшы һөҙөмтәгә өлгәшергә мөмкин.
Зилә ХИСМӘТУЛЛИНА,
Башҡортостан
Федераль почта элемтәһе идаралығының “Баймаҡ почтамты” начальнигы.
Баймаҡ районы.