“Ауылда өс мең һум да аҡса”, — ти етәксеИлебеҙҙә алып барылған ҡулайлаштырыу сәйәсәте ҡайһы ғына өлкәгә ҡағылманы икән?! Мәктәптәр генә түгел, хәҙер халыҡты хеҙмәтләндергән төрлө тармаҡ учреждениелары һәм ойошмалары ябылды йәки берләштерелде. Әйтәйек, райондарҙа гөрләп эшләгән банктарҙың, почта, элемтә идаралыҡтарының, һалым инспекцияһының, санэпидемстанцияның һәм башҡаларының бүлексәләре һәм филиалдары ғына ҡалды. Был хәл, әлбиттә, иң тәүҙә эш урындарының һәм хеҙмәт хаҡының кәмеүенә килтерҙе. Әммә иң бәкәлгә һуҡҡаны — халыҡты хеҙмәтләндереү кимәле ҡырҡа түбәнәйҙе.
Мәҫәлән, Ейәнсурала Федераль почта элемтәһенең район идаралығын бөтөрөп, тәүҙә уны күрше Күгәрсен районына ҡушыу, быйыл иһә әллә нисә саҡрымдағы Мәләүездәгегә беркетеү почта хеҙмәткәрҙәренең үҙҙәренән дә бигерәк ошо төбәк халҡын уңайһыҙ хәлгә дусар итте. Көндәлек баҫмаларҙы Мәләүездән Мораҡҡа алып киләләр. Мораҡтар уларҙы һәм башҡа корреспонденцияларҙы, посылка-бандеролдәрҙе айырып оҙатҡансы байтаҡ ваҡыт китә. Ейәнсураға етеп, үҙәк һәм республика баҫмалары, шулай уҡ район гәзите лә, үҙ уҡыусыларына тапшырылғансы тағы бер нисә көн үтә. Күптәр шуның арҡаһында ғына гәзит-журналға яҙылыуҙан баш тарта.
— “Башҡортостан” гәзите иғлан иткән “Коллектив менән — «Башҡортостанға»!” акцияһына ҡушылып, Байыш мәктәбе уҡытыусылары республиканың төп милли баҫмаһына яҙылғайны. Һөҙөмтәлә отолдоҡ: көн һайын сыҡҡан гәзитте аҙнаһына бер тапҡыр ғына йыйып килтерәләр. Шуға йылдың икенсе яртыһына яҙылыуҙан фәтүә юҡ,— тине директор Хәмит Назаров.
Был хәлгә бер ҙә аптырарлыҡ түгел, сөнки төпкөлдәге Байышта ғына түгел, район үҙәге Иҫәнғолда ла баҫмаларҙы аҙнаһына ике тапҡыр ғына уҡыйҙар. Һәр хәлдә, Нефтселәр урамында йәшәүселәргә гәзит-журнал кесе йома һәм шәмбе йәки йәкшәмбе көндө генә таратыла. Был хәлде Иҫәнғол почта бүлексәһендә былай тип аңлаттылар: ул урамды хеҙмәтләндергән почтальон эштән киткән. Сәбәбе бер: көсөргәнешлек ҙур, хеҙмәт хаҡы түбән.
Район үҙәгендәге почта бүлексәһенең эшенә ҡарата башҡаса дәғүә белдерерлек түгел. Туғыҙ почтальон Иҫәнғол, Яңы Павловка, Яңы Юл, Айыу, Яңы Петровка, Урыҫ Үргене ауылдарын хеҙмәтләндерә. Ә район үҙәгендә генә биш меңгә яҡын кеше йәшәй. Гәзит-журнал ташыусыларҙың эш хаҡы өс-дүрт мең һумдан артмай. Уныһына ла матбуғат таратып ҡына түгел, ә башҡа өҫтәмә хеҙмәтләндереү төрҙәре күрһәтеп өлгәшәләр. Әйтәйек, өс бала әсәһе Анастасия Курухова Иҫәнғолдоң өс урамында йәшәүселәргә, Яңы Петровка һәм Урыҫ Үргене ауылы халҡына баҫмаларҙы аҙнаһына биш тапҡыр еткереү менән генә сикләнмәй, ә заказ буйынса ебәрелгән хаттарҙы, газ, электр энергияһы өсөн квитанция, балалар пособиеһын тарата, лотереялар, башҡа гәзит-журналдар, көнкүреш тауарҙары һата. Күрше ауылға йәй — велосипедта, көҙ һәм ҡыш шәхси атында почтаны алып барып еткерә. Ғөмүмән, почта бүлексәһенең һәр почтальонына ярты йыл һайын 100-әр дана республика гәзиттәренә (бөтә төр баҫмаларға план – 500 дана) яҙҙырыу бурысы ҡуйылған.
— Кемдең күберәк аҡса алғыһы килә, шул тырыша. Ундайҙарҙың эш хаҡы айына 4,5 мең һумға етә. Ауыл ерендә ул да күп аҡса, — тине бүлексә начальнигы Аня Адушева. – Операторҙарҙың да хеҙмәт хаҡы әллә ни түгел. Уларға ла эш күләме ҙур, иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем баш күтәрмәйҙәр. Өҫтәүенә халыҡҡа барлыҡ хеҙмәтләндереү төрөн күрһәтәләр. Гәзит-журналға яҙҙырыу планы нәҡ улар иҫәбенә үтәлә лә инде. Ошо кампания осоронда улар һәр йортто, предприятиены, ойошмаларҙы йөрөп сыға, төрлө сарала ҡатнаша, башҡа гәзит-журнал, открытка-конверт, шулай уҡ көнкүреш тауарҙары һата. Почтала утыҙ йылдан ашыу эшләгән, әле начальник урынбаҫары вазифаһын атҡарған Миңзирә Хоҙабәндина был сараларҙың береһенән дә ситтә ҡалмай.
Етәксе көн һайын алмашлап Мораҡтан почта ташыған Михаил Сорокин менән Ринат Мортазиндың тырышлығын, машиналарын һәр саҡ төҙөк тотоуын билдәләне, ауырлыҡтарға ҡарамайынса, бер ғаилә булып татыу эшләүҙәрен белдерҙе.
Рәшиҙә МӘХИЙӘНОВА
Ейәнсура районы.