Көҙ — урман батшаһы айыу өсөн айырыуса мөһим мәл, сөнки ҡышҡы йоҡоға талғанға тиклем етерлек күләмдә май запасы туплап өлгөрөргә кәрәк. Организмында туҡлыҡлы матдәләр етмәһә, айыу аслыҡтан ҡыш уртаһында уянып, аҙыҡ эҙләйәсәк. Урман хужаһы, нигеҙҙә, үлән, тамыр, емеш-еләк, бәшмәк менән туҡлана. Әммә ашау наҡыҫ булған йылдарҙа ул иттән дә баш тартмай, малға һөжүм итеүгә күсә. Шуға күрә көҙ ауылда һыйыр йәки башҡа малдың юғалыуы — йыш осрай торған күренеш.
Ҡайһы берҙә йыртҡыс үҙенең ҡан-ҡәрҙәштәренә, хатта кешегә ташлана. Көньяҡ Урал ҡурсаулығында ошондай өс хәл-ваҡиға хаҡында күптәргә мәғлүм. Уларҙың һуңғыһы күптән түгел генә, сентябрь айында, Машаҡ урмансылығында булған.
Иртә таңдан дәүләт инспекторы айыу үкергәнен ишетә. Тәжрибәле белгес ҡаты алыш барғанын шунда уҡ һиҙә. Күп тә үтмәй, йыраҡ түгел ерҙә үле йәш айыуҙы таба. “Йәш ҡунаҡ”ты биләмә хужаһы әллә ни ихлас ҡабул итмәгән. Күрәһең, артыҡ тамаҡ кәрәкмәгәндер уға. Ҡаты алышта көслө хужа еңеп сыҡҡан. Ғәҙәттә, айыу дошманын ботарлап ташлаусан. Ә был юлы ҡан-ҡәрҙәшен ашауы ғәжәпләндерә дәүләт инспекторын. Бындай хәлдәр айырыуса яҙ осрай. Йәш айыуҙы йәшәгән еренән китергә нимә мәжбүр иткән һуң?
Кеше әленән-әле яңы биләмәләрҙе яулай, урман ҡырҡа, тәбиғәт ҡосағында шау-гөр килеп ял итә. Бындай шарттарҙа ҡырағай йәнлектәр нимә эшләргә тейеш һуң? Әлбиттә, үҙ-үҙен һаҡлап ҡалыу маҡсатында, тыныс тормош эҙләп ҡурсаулыҡҡа ҡаса.
Башҡортостандың тау-урманлы райондарында йәшәүселәрҙе тағы ла бер тапҡыр иҫкәртәбеҙ: тәбиғәткә яңғыҙ сыҡмағыҙ, кеше йәшәгән ерҙән алыҫ китмәгеҙ, үҙегеҙ менән һәр саҡ кеҫә телефонын алығыҙ. Урманға инеү менән әленән-әле ағастарға һуҡҡылап, тауыш сығарып, “ҡунаҡҡа” килеүегеҙ хаҡында кейектәргә хәбәр итегеҙ. Ошо рәүешле “хужалар” менән көтөлмәгән осрашыуҙан ҡотолорһоғоҙ. Һау-сәләмәт януар бер ваҡытта ла беренсе булып кешегә ташланмай, урап үтә.
Гөлназ БӘХТИЙӘРОВА,
Көньяҡ Урал дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы белгесе.