Егет теҙген тотҡанда һынала06.10.2012
Армия. Был һүҙҙе ишеткәс, күптәрҙең күңелендә ике төрлө уй тыуа. Береһе уның ил һағында тороусы Ватан ҡалҡаны тураһында булһа, икенсеһе — тәртип-тәртипһеҙлектәрҙән, көс-көсһөҙлөктән хасил булған “серле йомғаҡ” хаҡында. Нисек кенә тимәйек, бөгөнгө тыныс күгебеҙ, тормошобоҙ өсөн беҙ ошо ике төшөнсәне берләштергән армияға бурыслы. Бала ата-әсәһен һайлап алмаған һымаҡ, башҡа Ватаныбыҙ ҙа, ил һаҡсыһы ла юҡ. Рәсәй Ҡораллы Көстәре — беҙҙең армия!

Октябрь башынан алып йылдың һуңғы көндәренә — 31 декабренә саҡлы хәрби хеҙмәткә көҙгө саҡырылыш бара. 6 меңгә яҡын егетебеҙ иртәгә һалдат булырға йыйына. Яҙғы саҡырылышта Башҡортостан Рәсәй ғәскәрҙәренә 6400 егет оҙатҡайны.
Беҙ йыш ҡына яҙғы, көҙгө саҡырылыш етһә, арҡаһына рюкзак аҫҡан, ҡулына сумка тотҡан “пеләш” башлы малайҙарҙы күҙ алдына килтерәбеҙ. Ә бит ошо осор — “дембелдәр” мәле лә. Сыныҡҡан, шыйыҡ ҡына үҫмерҙән ысын ир-егет булған, Ватан алдындағы изге бурысын үтәгән улдарыбыҙ ҙа ҡайта!

Һандар...

Яҙғы кампанияла республика хәрби комиссияларына 28,1 мең ир-егет саҡырылһа, хәрби хеҙмәтен тултырып ҡайтыусылар 27,8 мең кеше тәшкил итә. 300-гә яҡын призывник саҡырылышты бар тип тә белмәгән, хәҙер уларҙың яҙмышын тикшереү органдары һәм прокуратура хәл итә.

10,7 мең егет хәрби хеҙмәттән кисектерелде, шуларҙың 2 меңе — һаулығы буйынса. Юғары уҡыу йорттарында белем алыусы 8 346 студент та әлегә армияға бармай тора. Ике егет хәрби хеҙмәтен альтернатив хеҙмәткә алыштырыуҙы һорап ғариза яҙған.
Башҡортостан егеттәре Рәсәйҙең бөтә хәрби округында ла хеҙмәт итә. 60 проценттан ашыуы Ҡоро ер ғәскәрҙәренә ебәрелһә, ҡалғаны — Эске эштәр министрлығы, Стратегик тәғәйенләнештәге ракета ғәскәрҙәрендә һәм Хәрби-Диңгеҙ флотында.
Дөйөм алғанда, көҙгө саҡырылышта ил буйынса яҡынса 278 мең егет Рәсәй Ҡораллы Көстәре сафына баҫасаҡ.


Вернуться назад