Ҡомға ла лицензия кәрәк...06.10.2012
Дөйөм таралған файҙалы ҡаҙылмаларҙы законһыҙ сығарыуҙы контролдә тотоу өсөн республикала махсус комиссия булдырылған. Уның составына Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология, Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлыҡтары, Башҡортостан буйынса тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһен күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт, Росреестр идаралыҡтары, Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының иҡтисади хәүефһеҙлек һәм коррупцияға ҡаршы көрәш идаралығы инә.

Төбәктә һуңғы туғыҙ ай эсендә дөйөм таралған файҙалы ҡаҙылмаларҙы законһыҙ сығарыуҙың 50 осрағы теркәлгән. 1 августан 28 сентябргә тиклем ҡырын эш менән шөғөлләнеүселәрҙе асыҡлау өсөн 77 рейд ойошторолған. Һөҙөмтәлә ҡом, ҡырсынташты лицензияһыҙ ҡаҙыуҙың егерме осрағы билдәләнгән. Законһыҙ рәүештә ҡом, ҡырсынташ сығарыу Өфө ҡалаһы, Благовещен, Иглин, Ҡариҙел, Ҡырмыҫҡалы, Мәләүез, Стәрлетамаҡ, Өфө райондарында алып барылған. Етәкселәргә – 65 мең һум, ябай кешеләргә 27 мең һумлыҡ штраф һалынған.
Л. ҒАФАРОВА.


Нина НИКАНДРОВА, Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат секретары:
– Законһыҙ табылған сеймалдың дөйөм күләме 1,5 мең кубометр тәшкил иткән. Асыҡланған осраҡтар дөйөм күләмдән 1 процент тип баһалана. Әлеге ваҡытта киң таралған файҙалы ҡаҙылмаларҙы табыуға 307 лицензия бирелгән.


Вернуться назад