Өләсәйеңде яҙып ебәр06.10.2012
Хәбәр итеүебеҙсә, "Башҡортостан" гәзите, Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылын йомғаҡлап, төрлө йәштәге мәктәп уҡыусылары араһында "Минең өләсәйем" тигән интернет-конкурс иғлан итте.

Йәш дуҫтарыбыҙ! Ижади бәйгелә ҡатнашыу өсөн редакцияға һөйөклө өләсәйегеҙ тураһында яҙып ебәреүегеҙ ҙә етә. Конкурстың шарттары ябай: иншағыҙ башҡортса булһын, күләме компьютерҙа өс биттән артмаһын, ҡәҙерле кешегеҙҙең фотоһын да онотмағыҙ. Тағы ла үҙегеҙҙең, геройығыҙҙың, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһының тулы исем-шәрифен күрһәтеүегеҙ, ҡайҙа йәшәүегеҙ һәм уҡыуығыҙҙы теүәл яҙыуығыҙ һорала.
Сараның маҡсаты — йәмәғәтселектең иғтибарын "өләсәй мәктәбе" төшөнсәһенә йүнәлтеү, яңы быуын гәзит уҡыусыларын һәм авторҙарын тәрбиәләү, "өсөнсө быуын" вәкиленең заманса образын булдырыу, үҫмерҙәрҙә ололарға ҡарата ихтирамды арттырыу.
Ижади эштәр 14 декабргә тиклем хат йәки электрон почта аша ҡабул ителә. Барыһы ла www. bash.bashgazet.ru сайтында донъя күрәсәк, иң яҡшылары "Башҡортостан" гәзитендә баҫыласаҡ.
Йомғаҡ яһағанда эштәрҙең йөкмәткеһе, фотоһүрәттәрҙең үҙенсәлеге һәм сифаты, сайт ҡунаҡтарының фекере иҫәпкә алына. Еңеүселәрҙең исеме 25 декабрҙә иғлан ителә.
Иң яҡшы һүрәтләмә авторҙарын матур бүләктәр — һанлы фотоаппарат, электрон китап һәм МР3-уйнатҡыс көтә.


Вернуться назад