Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығы ярҙамы менән илдең 12 төбәгендә “Социаль рекламаның заманса технологиялары” тигән тәүге мультимедиалы комплекслы программа тормошҡа ашырыла башланы.
Башҡортостан да ошо проектта ҡатнаша. Социаль реклама һәм йәмәғәт башланғыстары өлкәһендәге төп белгестәр, шул иҫәптән Башҡортостандың элемтә һәм киң коммуникациялар министры урынбаҫары Марат Ғәзизов, киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре, вуз уҡытыусылары, социаль рекламаны үҫтереү яҡлы булған белгестәр, коммерцияға ҡарамаған ойошма вәкилдәре республикабыҙҙы танытасаҡ.
Башҡортостандың Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығында хәбәр итеүҙәренсә, Программаға өйрәтеү биш этапта барасаҡ. Бында социаль рекламаның теоретик мәсьәләләре, бриф һәм креатив концепция эшләү технологияһы, роликтар, башҡа материалдар сығарыу инә. Проектҡа ярашлы, белгестәр “Ҡала мөхите-2012” халыҡ-ара социаль реклама фестиваленә әҙерләнә. Ошо сараны тормошҡа ашырыу Рәсәйҙәге байтаҡ мөһим мәсьәләләрҙе хәл итеү мөмкинлеген бирәсәк.
Күп кенә төбәктәрҙә ҙур мәғлүмәт кампанияларын үткәреү мөмкинлеге бар. Әммә улар айырым саралар менән генә сикләнеп ҡала. Шуға күрә күтәрелгән мәсьәләләрҙе хәл итеү һөҙөмтәлелеге кәмей, халыҡҡа социаль реклама аша тейешле ярҙам күрһәтелмәй.
Л. ДӘҮЛИЕВА.