Йылмайып-көлөп кенә06.10.2012
Урамдан балыҡсы 100 килограмлыҡ йәйенде көскә-көскә һөйрәп алып ҡайтып бара икән. Ҡаршыһына ҡулына ваҡ балыҡ менән туп-тулы бәләкәй генә биҙрә тотҡан икенсе балыҡсы осрай һәм мыҫҡыллы йылмайып:
– Нимә, берәүҙе генә тоттоңмо ни? – ти икән.

* * *
Бер ҡарт йәһүд тәмле итеп сәй бешереүе менән дан алған. Һәр байрамда уның сәйен маҡтай-маҡтай эсәләр икән. Тик сәй бешереү серен ул бер кемгә лә асмаған. Ваҡыт үтә торған, бабай ҡартайған. Үлем түшәгендә ятҡанда уның эргәһенә барлыҡ туғандары йыйылған:
– Әйтеп ҡал инде сереңде, теге донъяға үҙең менән алып китмә! – тип ялбаралар.
Бабай бар көсөн йыйып:
– Йәһүдтәр, сәйҙе йәлләмәй күберәк һалығыҙ, – тип бышылдаған.

* * *
Ике математик һауа шарында сәйәхәткә сыҡҡан. Ялан, урмандарға һоҡлана-һоҡлана осоп баралар икән былар. Тик юлды яңылышып, ҡайҙа осҡандарын ғына белмәйҙәр. Бер аҡлан өҫтөнән осоп барғанда ҡояшта ҡыҙынып ятҡан кешене күреп ҡалалар:
– Эй, беҙ ҡайҙа осоп барабыҙ? Әйт әле! – тип ҡысҡыралар икән.
– Әле һеҙ һауа шарында осоп бараһығыҙ! – тип һөрәнләгән теге кеше.
Математиктарҙың береһе шул саҡ икенсеһенә әйтә икән:
– Ҡара әле, был кеше беҙҙең хеҙмәттәшбеҙ булып сыҡты. Йәғни ул да математик!
– Һин нишләп ундай һығымта яһайһың?
– Беренсенән, яуап бирер алдынан ул тәүҙә уйланы. Икенсенән, ул дөп-дөрөҫ, әммә бер кемгә лә кәрәкмәгән яуап бирҙе…


Вернуться назад