Октябрь юбилярҙары05.10.2012
Октябрь юбилярҙарыГоризонталь буйынса: 4. Арал йылғаға ҡарата. 7. “Урынлы йомартлыҡ” — (...), урынһыҙ һаранлыҡ-хурлыҡ”. 8. Дөрөҫ булмаған хәбәр, ялған һүҙ. 9. “(...)ҡа итһәң хыянат, алырһың ғүмерлек яман ат”. 11. “Муйынға (...) кейеү” ауыр бурыс алыуҙы, эш йөкмәүҙе аңлата. 14. Ҡәҙер, хөрмәт. 18. Бактерияларҙы күрһәтә алған “лупа”. 21. “Ҡыҙ оҙатҡан яланғас ҡалыр, (...) алған түренә урын һалыр”. 23. Тәме һәм еҫе насар булған ағыулы этил спирты. 24. Шешәктең балаһы. 26. Шаман. 30. Күпкә етә, файҙа бирә торған сифат, ҡәҙер. 31. “Һәр кем осоп (...) булмай”. 32. “Туҡран (...)һе таңға тиклем”. 33. Халыҡ алдында танылған хөрмәтле оло кеше. 34. “Атлы тәртә төҙәтер, атһыҙ (...) төҙәтер”.

Вертикаль буйынса: 2. “Ярлының яҫтығы — ер, (...)ы — болот”. 3. “Өй артында (...)ың булһа, һандуғас ҡунағың булыр”. 5. Үҙенә арбаған серле үҙенсәлек. 6. “Ат алһаң — (...)ың менән, ҡыҙ алһаң, ырыуың менән кәңәшләш”. 10. “Алйыған һарыҡ” тигән үҫемлек. 12. “Йыртыҡ тишектән көлөр, (...) икеһенән дә көлөр”. 13. Ҡош та түгел, сысҡан да түгел. 15. Телдәге өндөң яҙма билдәһе. 16. Ваҡытлыса файҙаланыу өсөн хаҡ түләп алып тороу тәртибе; ҡуртым түгел. 17. Бер ҙә эшкәртелмәгән, һөрөлмәгән ер. 19. Һунарҙан ҡайтҡанда осраған кешегә бирелә торған бүләк. 20. Был АҠШ штатының рәсми эсемлеге булып томат һуты тора. 24. Иң боронғо музыка ҡоралы. 27. “Бер ауыҙ һүҙҙең ике ауыҙ (...)һе бар”. 28. “Кешелә күрһә — (...), үҙе ҡылһа — һәйбәт”. 29. “Атай — кешән менән (...), инәй — йөрәк менән үҙәк”. 30. Көслө ҡойон уйнағанда, ен уйнай тип, уға (...) ташлайҙар.
Илдар ҒӘБИТОВ төҙөнө.


Вернуться назад