Яҙмыштан уҙмыш бармы?06.10.2012
“Маңлайыңа яҙған хаҡ яҙмышты
Юйып ҡына булмай таш менән”.
(Халыҡ йырынан)

Йәш саҡта яҙмыш тураһында бик уйланмайһың. Тормош үҙ яйы менән китеп бара. Ололар: “Кеше маңлайына яҙылғанын күрә”, — ти торғайны. Донъяла бар нәмә Аллаһы Тәғәләнең тәҡдире буйынса була икән. Тәҡдир — ул донъялағы барлыҡ күренеште алдан уҡ тәғәйенләп ҡуйыу, тиелә дини китаптарҙа. Ысынлап та, яҙмыш тураһында фекер йөрөтһәң, бының раҫ булыуына шикләнмәйһең.

Бынан бер нисә йыл элек беҙҙең бер яҡын танышыбыҙ — билдәле табип шәхси машинаһында төнгө юлда һәләкәткә осраны. Боролошта ҡаршы килгән еңел машина уға бәрелгән. Танышыбыҙҙың “тимер аты” юлдан ситкә осҡан. Бәхеткә күрә, ул тере ҡалған, еңелсә йәрәхәтләнгән. Танышым шунда уҡ телефонынан ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәренә шылтыратып авария хаҡында хәбәр иткән. Юлға сығып, уға бәрелгән автомобиль водителе менән һөйләшкән мәлдә, ҡапыл боролоштан “КамАЗ” килеп сыҡҡан һәм юл ситендә торған танышыбыҙҙы бәрҙереп киткән. Үҙе саҡырған инспекция хеҙмәткәрҙәре килгәнсе, ул авария урынында йән биргән. Шаҡ ҡатырлыҡ: бер һәләкәттән ҡалып, икенсеһендә һәләк булған. Тәҡдирҙән уҙып булмай тигәне шулдыр инде...
Алыҫ студент йылдарында дуҫлашҡан курсташ ҡыҙҙың яҙмышы хаҡында йыш уйланам. Яҡты донъянан киткәненә лә байтаҡ ваҡыт үтте. Ә мин һаман уны онота алмайым...
Элек беренсе курс студенттарын ауыл хужалығына ярҙамға ебәрә торғайнылар. Ирина менән шул осорҙа бер совхоздың ырҙын табағында иген елгәргәндә таныштым. Зәңгәр күҙле теремек ҡыҙ һәр саҡ иғтибар үҙәгендә булды. Янында егеттәр ҙә йыш уралды. Ләкин Ирина береһенә лә иғтибар итмәне. Уҡыу йорто ятағының бүлмәһендә 14 ҡыҙ бергә йәшәнек. Ирина ла беҙҙең менән булды. Бер мәл, 8 Март байрамында, иртәнсәк күҙҙе асһам, Иринаның карауаты янында егет тора. Ул ҡыҙҙың тумбочкаһына һаҡ ҡына гөлләмә ҡуйҙы ла аяҡ осона ғына баҫып сығып китте. Ирина уянғас, сәскәне кем килтереүен һораны. Күргәнемде һөйләп бирҙем. Ул көлөп ебәрҙе лә:
— Ә-ә, Рома-Рәмил, авиационныйҙа уҡый, класташым ул, — тине.
Рәмил уның янына йыш килеп йөрөнө. Егеттең эскерһеҙ мөхәббәтенә Ирина битараф ине. Рәмил өсөнсө курста уҡыуын ташлап, Ленинград ҡалаһына китте, ҡабат күренмәне. Йылдар үткәс, уның Себерҙә инженер булып эшләүен, артабан ҙур начальник булып китеүен ишеттек.
Иринаның атаһы фронтовик ине. Ауылына майор дәрәжәһендә ҡайтҡан кеше. Һуғыш йәрәхәттәренән яфаланды. Кәләше — һуғыштан һуң эйәртеп алып ҡайтҡан украин ҡыҙы Галина фельдшер булып эшләне. Башҡортса һөйләшкән, халҡыбыҙҙың йолаларын үҙ иткән ҡатынды ауыл халҡы яратып Ғәлимә килен тип йөрөттө.
Уҡыуҙы тамамлап, ҡулыбыҙға диплом алдыҡ. Ул саҡта Ирина аспирант егет Камил менән дуҫлаша ине. Егет ҡыҙға ҡалала эш тапты, ятаҡтан бүлмә лә әҙерләне һәм өйләнешергә тәҡдим яһаны. Тик Ирина “эйе” тип тә, “юҡ” тип тә яуапламаны. Камилға тормошҡа сыҡһаң, уңырһың, тип күндереп тә маташтым. Әммә Ирина көлөп кенә ҡуя ине... Мин үҙ районыма ҡайтырға йыйындым. Ирина вокзалға оҙатып ҡуйҙы. Шулай итеп, юлдар айырылды, бәйләнеш өҙөлдө. Күп йылдар үткәс, беҙ Өфөлә бер кәңәшмәлә осраштыҡ. Һөйләшер һүҙҙәребеҙ күп ине.
— Теге саҡта мин бит Камилды алданым. Осрашырға тейешле ергә бармай, унан ҡасып ауылға ҡайтып киттем. Ә ауылда бер егет менән танышып, күп тә тормай, уға кейәүгә сыҡтым. Атай ҙа, әсәй ҙә ҡаршы ине. Шулай ҙа үҙемсә хәл иттем. Яҙмыш... — тине ул, көрһөнөп.
Ирина ире Хәсән менән бер нисә йыл Украинала йәшәгән, бер бала үҫтергәндәр. Хәсән йыш ҡына эш урынын алмаштырған. Еңел булмаған Иринаның тормошо...
Ә Камил бик оҙаҡ өйләнмәй йөрөгән. Һуңлап ҡына ғаилә ҡорған. Хәҙер ул — билдәле фән эшмәкәре.
— Их, һин, шул мәлдә Камилға сыҡҡан булһаң… — тинем мин.
— Яҙмыштыр инде, — тип үкенгәндәй булды.
— Ә Рома-Рәмил... Ниндәй егеткә битарафлыҡ күрһәттең бит һин?!
Ирина өндәшмәй генә башын эйҙе. Хәсән менән күптән инде аралары һыуынғанын әйтте. Йәшлек әхирәтем менән араны өҙмәҫкә һүҙ ҡуйыштыҡ. Ғаиләләге тотороҡһоҙ тормош үҙенекен иткәндер инде. Иринаны ҡаты сир аяҡтан йыҡты. Әхирәтем һис бирешергә теләмәне, йәшәргә тырышты, төрлөсә дауаланды. Табип тәҡдим иткән ҡиммәтле дарыуға аҡса таба алмай яфаланды. Шул саҡ ул Рәмил менән бәйләнешкә инде. Класташы, йәшлек дуҫы ярҙам күрһәтеүҙән баш тартманы, тейешле сумманы түләп, Иринаны ҙур клиникаға урынлаштырыу мәсьәләһен хәл итте. Тик табиптар: “Һуң инде...” — тине. Әхирәтем яйлап һүнә башланы. Мин мөмкин тиклем йышыраҡ янына барырға тырыштым. Бер барыуыма Иринаның өҫтәленә иконалар теҙелгәйне, хатта “Святая Ирина” тигән яҙыу ҙа бар.
— Сиркәүгә барҙым, суҡындым, — тип муйынындағы тәреһен күрһәтте.
— ...?
— Мин күп уйланым. Әсәйем христиан динендә булды, уның да тәреһе бар ине.
— Әсәйең беҙҙең йолаларҙы тотҡан, һуңғы юлға мосолман булып киткән кеше. Зыяратта атайың янында ята бит, — тинем.
Шул саҡ Хәсән мине икенсе бүлмәгә саҡырҙы:
— Өндәшмә. Әйҙә ни теләһә, шуны эшләһен, күңеле булһын.
— Ул — бала, ә был аҙым уйын түгел.
Хәсән бары тик ҡул һелтәне. Шул хәлдән һуң әхирәтем дүрт айға яҡын йәшәне. Динен алмаштырып, ғүмерен оҙайтырға тырышҡандыр инде. Беҙ был хаҡта башҡаса һүҙ ҡуҙғатманыҡ. Мин тәҡдир тураһында уйландым.
Ирина Хәсәнгә үҙен христиан дине ҡанундарына ярашлы ерләргә ҡушҡан икән. Ул яҡты донъя менән хушлашҡас, мәрйәләр майшәм тоҡандырып, рәт-рәт булып теҙелеп, хор менән һамаҡлай башланы. Мин бер ҡатын менән күрше бүлмәлә изге Ҡөрьән сүрәләрен уҡыным.
Иртәгәһенә ҡара тәреле ҡыҙыл табут килтерҙеләр. Кем уйлаған яҡын әхирәтемде һуңғы юлға ят кешеләр сит йола менән оҙатыр тип... Тыуған ауылында мосолмандар зыяратында ата-әсәһе, туғандары ерләнгән. Иринаны күрше урыҫ ауылы зыяратына ерләнеләр.
Әхирәтемдең һеңлеһе Роза түгелеп иланы.
— Апайымдың өсөн дә, етеһен дә, ҡырҡын да үҙебеҙҙең йола буйынса үткәрәсәкмен. Килегеҙ, йәме, — тине.
Бер көн беҙгә Хәсән килеп инде.
— Әйҙә, Ира янына барайыҡ әле, — тине.
Еңел автомобилдә урыҫ ауылына елдереп барып еттек. Хәсән ҡәбер янында оҙаҡ торҙо. Мин дә уйға баттым:
— Роза аят уҡыталыр ҙа ул, ә кем сиркәүҙә уның исеменә шәм ҡуя икән?
Миңә Иринаның йәне аҙашҡандай тойолдо...
Рәсимә АЙСЫУАҠОВА.
Сибай ҡалаһы.


Вернуться назад