Көҙҙөң һыйы — кәбеҫтә06.10.2012
Көҙҙөң һыйы — кәбеҫтәКәбеҫтәне боронғо замандан уҡ римдар, гректар, мысырҙар яратып үҫтергән. Хатта мәшһүр грек ғалимы Пифагор: “Кәбеҫтә — кешегә рухи күтәренкелек, йән тыныслығы биреүсе йәшелсә”, тип яҙып ҡалдырған. Рим тарихсыһы Марк Катон үҙенең яҙмаларында: “Кәбеҫтә — барлыҡ йәшелсәләр араһында беренсе”, тип һоҡланған. Бөйөк яугир Искәндәр (Александр Македонский) һуғыш алдынан һалдаттарға кәбеҫтәнән бешерелгән ризыҡ ашатырға ҡушҡан. Беҙҙең яҡтарға кәбеҫтә
IX быуатта ғына килеп еткән һәм әле лә йыш ҡулланыла торған йәшелсә һанала.

Кәбеҫтәнән байтаҡ аш-һыу бешерергә була. Шуларҙың иң таралғандарының береһе — голубцы. Хәҙер уны ит фаршынан ғына түгел, төрлө-төрлө эслектәр менән дә бешерәләр.
Ә беҙ классик аш-һыу бешерәйек. Күсәненән айырылған кәбеҫтәне япраҡтары йомшарғансы ҡайнап торған һыуҙа тоторға кәрәк. Бешкән япраҡтарҙың ҡалынайып торған һап өлөшөн киҫеп ташларға.
Дөгөнө ҡайнап торған һыуҙа бешерегеҙ. Бының өсөн һыу дөгөгә ҡарағанда ике өлөшкә күберәк алына. Ваҡ ҡына итеп туралған һуғанды майҙа ҡыҙҙырығыҙ. Итте ваҡлап турағыҙ йәки ит турағыс аша үткәрегеҙ. Дөгө, һуған, тоҙ, борос ҡушып, яҡшылап болғатығыҙ.
Фаршты кәбеҫтә япрағына һалып, япраҡты цилиндр формаһында төрөгөҙ.
Соус яһау өсөн ондоң төҫөн үҙгәртмәй генә эҫе табала киптереп алығыҙ. Һыуынғас, һурпа йәки кәбеҫтә бешкән һыуҙы һалып болғатығыҙ. Ҡаймаҡ, тоҙ, борос өҫтәгәндән һуң биш минут бешерегеҙ. Туҡтауһыҙ болғатып, томат пюреһы өҫтәгеҙ. Соустың күләме яртылаш кәмегәнгә тиклем утта тотоғоҙ, ҡаймаҡлы соус менән ҡушҡандан һуң, ҡайнатып сығарығыҙ ҙа утты һүндерегеҙ.
Голубцыларҙы майланған табаға теҙегеҙ. Өҫтөн ҡыҙҙырып алғандан һуң, соус ҡойоп, 230 градусҡа тиклем йылытылған мейескә ярты сәғәткә ҡуйып тороғоҙ. Табынға бирер алдынан йәшел тәмләткестәр менән биҙәһәгеҙ, телде йоторлоҡ ризыҡ булыр.


Вернуться назад