“Юлдаш” радиоһының алып барыусыһы, популяр йырҙар авторы Зифа Нагаеваның ижад емештәре ябайлығы, тормошсанлығы менән әсир итә. “Аңлайһыңмы?” йыры ла тәүге яңғырауҙан уҡ тиҙ отоп алынды, моңло күңелдәрҙә үҙ урынын тапты.
– Бынан биш йыл элек, йөрәгем әрнеп торған саҡта яҙғайным мин уны, — ти автор. — Бер заман урыҫса “Понимаешь?” тигән йыр популяр ине. Уны тыңлаған һайын, ысынлап та, беҙҙең халыҡ өсөн дә ят түгел бит был кисереш, миңә лә был темаға мөрәжәғәт итергә кәрәк, тип уйлап йөрөгәйнем. Донъяла аңлашып, татыу йәшәүгә ни етә? Унан, балаларыбыҙ тәбиғәте, ниндәйҙер сифаттары, холоҡ-фиғеле менән беҙҙе ҡабатлай — балаларыңа ҡара ла үҙеңде таны. Ошоларҙы уйлап йөрөй торғас, үҙенән-үҙе һүҙҙәр теҙелде, көйө лә күңелдә урғылып китте.
Башта Зифа Нагаева йырҙы тамашасыларға үҙе йырлап ишеттерә. Хәҙер уны төрлө йырсыларҙың башҡарыуында ишетергә мөмкин.
Ғөмүмән, был йырҙы ҡатын-ҡыҙҙар күңеленә яҡын ҡабул итә. Зифа апайға хат яҙыусылар ҙа, шылтыратыусылар ҙа күп була.
– Баймаҡ районынан бер апайҙың хаты хәтергә ныҡ уйылып ҡалған. Ире фажиғәле рәүештә һәләк булғас, ул төшөнкөлөккә бирелә, юғалтыуҙы ауыр кисерә. “Ошо йыр миңә йәшәү көсө бирҙе. Ғүмеремде тулыһынса балаларға бағышланым, хәҙер уларға ҡарап йыуанып йәшәйем”, тип яҙған.
“Аңлайһыңмы?” йырын тап ҡатын-ҡыҙ ғына күңелгә үтерлек, һәр кемгә ғәзиз һәм таныш тойғоларҙы бөтөн асылында биреп башҡаралыр. Бындай йырҙы тик Зифа Нагаева кеүек гүзәл зат-ижадсы тыуҙыралыр.
Аңлайһыңмы?Көҙгөләргә түгел, балаларға
Ҡара, үҙебеҙҙе таныйһыңмы?
Беҙҙең йәшлек шулай ҡабатлана,
Аңлайһыңмы, шуны аңлайһыңмы?
Ҡушымта:
Аңлайһыңмы, беҙҙең ғүмерҙәрҙең
Етте матур сағы, рәхәт сағы.
Әле тағы бик күп йылдар бергә
Йәшәйһеләр булһын ине тағы.
Беҙ талдарҙан түгел, оябыҙҙы
Мөхәббәттән генә ҡорған өсөн,
Аңлайһыңмы, был шатлыҡтар килгән
Бергә күргән, бергә түҙгән өсөн.
Өр-яңынан ғашиҡ булдым һиңә,
Тәҡдим яһайым, быға әҙерме һин?
Йәшлегебеҙҙәге көндәрҙән дә
Бөгөн миңә күпкә ҡәҙерле һин.