Йондоҙнамә. 8 — 14 октябрь06.10.2012
Был осорҙа үҙ-үҙегеҙҙе ҡулға алып, артыҡ сәбәләнмәй йәшәргә кәңәш итәм. Алданыуығыҙ ихтимал, шуға һаҡ булығыҙ. Шәхси тормошоғоҙ, финанс хәлегеҙ бик үк яҡшынан булмаҫ. Мөхәббәттә үтә талапсанлығығыҙ ҡамасаулар. Матди өлкәлә килем генә түгел, сығымдар ҙа буласаҡ. Эштә бер ни тиклем уңышһыҙлыҡтарға осрауығыҙ ихтимал. Ҡаршылыҡтар менән көрәшергә тура килер. Көндәлек мәшәҡәттәр баҫыр. Хеҙмәттәштәрегеҙ менән бәхәсләшмәҫкә тырышығыҙ. Дүшәмбе көсөргәнешле көн һаналһа ла, был аҙнала — киреһенсә. Шулай ҙа ҡайһы бер аҙымдарығыҙ юҡҡа булғанын эш үткәс аңларһығыҙ, был хәл күңелегеҙҙе ҡырыр. Шишәмбе мөһим эштәрегеҙҙе төштән һуңға ҡалдырып тороу хәйерлерәк. Шаршамбы ниндәйҙер мөһим сарала ҡатнашырһығыҙ, тик күләгәлә ҡалырға тырышығыҙ, мәсьәләне һәр яҡтан өйрәнегеҙ, һуңынан кәрәк булыуы бар. Кесе йома бер ерҙә лә тәртип урынлаштыра алмаҫһығыҙ. Йома һөҙөмтәле көн булыуы менән ҡыуандырыр. Алға ҡуйған маҡсаттарығыҙҙың барыһына ла өлгәшерһегеҙ.

ҠУҘЫ (21.03 — 20.04).

Гел бер үк эш менән шөғөлләнмәгеҙ. Ниндәйҙер яңылыҡ уйлап табығыҙ. Бәлки, эш урынығыҙҙы алмаштырырһығыҙ. Хәл-ваҡиғаларға дөрөҫ баһа бирә белеүегеҙгә күп нәмә бәйле булыр.

БУҒА (21.04 — 21.05).

Үҙегеҙҙе яңы сифатта һынап ҡарай алаһығыҙ. Матди хәлегеҙ яҡшырыр. Сығымдарығыҙҙы алдан күҙаллағыҙ.

ИГЕҘӘКТӘР (22.05 — 21.06)

Көсөргәнешле аҙна көтә. Тикшереүсе органдар менән аралашырға тура килһә, хәлдең ни тиклем ҡатмарлы булыуына ҡарамаҫтан, барыһы ла яҡшы булыр.

ҠЫҪАЛА (22.06 — 23.07).

Ниндәй генә эш башлаһағыҙ ҙа, иғтибарлы булығыҙ. Зарланмаһағыҙ, күпкә өлгәшә алаһығыҙ.

АРЫҪЛАН (24.07 — 23.08).

Ваҡытығыҙҙы һәм аҡсағыҙҙы бушҡа сарыф итерһегеҙ. Ниндәйҙер уйланмаған аҙым эшләрһегеҙ. Хыялдарға бирелмәгеҙ, “алһыу күҙлектәрҙе” һалырға ваҡыт.

ҠЫҘ (24.08 — 23.09).

Етәксе йә ғаилә башлығы булһағыҙ ҙа, хеҙмәттәштәрегеҙҙе, яҡындарығыҙҙы гел тикшереп тороғоҙ. Берәүҙең дә ҡәнәғәтһеҙлек белдермәүе барыһының да һеҙҙең менән риза булыуы хаҡында һөйләмәй әле.

ҮЛСӘҮ (24.09 — 23.10).

Һеҙ теләгән вазифаға икенсе берәүҙе тәғәйенләйәсәктәр. Яҡын арала үҙегеҙ яҡшы белгән эшкә тотоноғоҙ. Был өлкәлә уңырһығыҙ.

САЯН (24.10 — 22.11).

“Нисек барһың, гел шулай бул”, – тип йырлайҙар, тик һеҙҙе эргә-тирәләгеләр бөтөнләй икенсе кеше итеп ҡабул итә. Әлегә ошо ролдән сыҡмағыҙ. Ваҡыты килеп етмәгән.

УҠСЫ (23.11 — 21.12).

Шәхси тормошоғоҙҙа ла, дуҫтарығыҙ, хеҙмәттәштәрегеҙ менән мөнәсәбәттәрҙә лә сағыу аҙна көтөлә. Иғтибар үҙәгендә булырһығыҙ. Шулай ҙа кемдеңдер алдында аҡланып маташмағыҙ. Көсөгөҙҙө юҡҡа түгерһегеҙ.

ЫЛАҠ (22.12 — 20.01).

Матди хәлегеҙ яҡшырыр. Бурыстарығыҙҙы түләп бөтөрһөгөҙ, ниндәйҙер яңы әйбер алырһығыҙ.

ҺЫУҒОЯР (21.01 — 19.02).

Был аҙна һеҙҙең өсөн эстафета кеүек буласаҡ. Уны еңергә тейешһегеҙ. Шуға ла мөмкин тиклем иғтибарлылыҡ һәм сыҙамлылыҡ күрһәтегеҙ.

БАЛЫҠ (20.02 — 20.03).

Бик эшлекле тәҡдим яһаясаҡтар. Оҙаҡ уйламағыҙ, әгәр килемде әлегенән күберәк тәҡдим итһәләр — ризалашығыҙ. Шулай ҙа башланғанды еренә еткерергә кәрәк икәнлеген онотмағыҙ.

ӨМӨТБИКӘ.


Вернуться назад