Һоҡланмау мөмкин түгел05.10.2012
Һоҡланмау мөмкин түгелОшондай иғтибарҙы, хөрмәтте уҡытыусылар көн дә тойһон ине! Байрамса кейенгән балалар уларҙы ишектән үк ҡаршы ала, етәкләп табынға оҙатып ҡуя, вальсҡа алып төшә... Белемгә юл ярыусылар өсөн иң матур көйҙәр яңғырай, маҡтау, һоҡланыу һүҙҙәре әйтелә, күңел түрендәге изге теләктәр еткерелә.

Баш ҡаланың уҡытыусылары һөнәри байрамын тап ошолай ҡаршыланы. Уларҙы ҡотларға Башҡортостандың мәғариф министры Әлфис Ғаязов, Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Ирек Ялалов һәм башҡа вазифалы кешеләр килде. Тәбрикләү һүҙе менән сығыш яһағандарҙың барыһы ла педагогтарға киләсәк быуын өсөн арымай-талмай, фиҙаҡәр хеҙмәт иткәне, йәмғиәт үҫешенә ҙур өлөш индергәне өсөн рәхмәт белдерҙе, яңынан-яңы ижади үрҙәр, уңыштар теләне.
Күркәм тантана тиҫтәнән ашыу уҡытыусының күңелендә айырыуса иҫтәлекле булып ҡалыр: уларҙың алтауһына — “Башҡортостандың мәғариф отличнигы” билдәһе, ҡалғандарына Өфө ҡалаһы хакимиәтенең Маҡтау грамотаһы тапшырылды.

Дамир ӘХМӘТЙӘНОВ, Дим районындағы 102-се башҡорт гимназияһы директоры:
— “Башҡортостандың мәғариф отличнигы” билдәһен бөтөн гимназияның дөйөм хеҙмәт емеше тип ҡабул итәм. Быйылғы йыл беҙҙең белем усағы өсөн айырыуса уңышлы булды: яңы бинаға күстек, башҡорт кластарын арттырыуға өлгәштек.
Барлыҡ уҡытыусыларҙы һөнәри байрамыбыҙ менән ҡотлайым. Һәммәбеҙ ҙә бер маҡсатта эшләйбеҙ — уҡыусыларыбыҙ тормошта үҙ урынын табып, тырыш хеҙмәтебеҙҙең емешен күрергә насип итһен.
Дилбәр ИШМОРАТОВА


Вернуться назад