Һеҙҙең менән ғорурланабыҙ!05.10.2012
Хөрмәтле мәғариф хеҙмәткәрҙәре, ҡәҙерле педагогия хеҙмәте ветерандары. Һеҙҙе Халыҡ-ара уҡытыусылар көнө менән ысын күңелдән ҡотлайым!
Дөйөм танылыу яулаған, иң яратҡан һөнәри байрамдарҙың береһе булған был көн донъяның йөҙҙән ашыу илендә йыл һайын билдәләнә. Бөгөн һабаҡтары тормош юлында ярҙам иткән, әхлаҡи йөҙөбөҙҙө билдәләгән уҡытыусыларыбыҙҙы иҫкә алабыҙ. Тап уларҙың тырышлығы менән үҫәбеҙ, уңышҡа өлгәшәбеҙ. Шуның өсөн уларға ғүмер буйы рәхмәтлебеҙ.
Уҡытыусы хеҙмәте — яуаплы һөнәр, даими камиллашыуҙы талап итә. Бөгөнгө мәғариф программалары педагогтарҙан фәндәрҙе, психология менән педагогиканы тәрән белеүҙән тыш, заманса белем биреү технологияларын үҙләштереүҙе лә талап итә. Ысын уҡытыусы — һәр ваҡыт рух һәм юғары мәҙәнилек сығанағы ул. Педагогтар үҙҙәренең һөнәри, ижади һәләтен тулыһынса тормошҡа ашырһын өсөн мәктәптәрҙә, юғары уҡыу йорттарында тейешле шарттар тыуҙырырға бурыслыбыҙ.
Уҡытыусыларға ярҙам күрһәтеү мәсьәләһе республикала иң мөһимдәрҙең береһе булып ҡала. Йыл һайын яңы мәктәптәр һалына, мәғариф учреждениелары заманса компьютерҙар, уҡыу-лаборатория ҡорамалдары менән йыһазландырыла. Ауыл мәктәптәре өсөн автобустар һатып алына.
Һуңғы йылдарҙа уҡытыусыларҙың хеҙмәт хаҡын иҡтисад өлкәһендәге уртаса эш хаҡына яҡынайта алдыҡ. Һөнәри оҫталыҡҡа, яңыса үҫешкә ынтылыш хуплана. Ошо эш артабан да дауам итәсәк. Уҡытыусы хеҙмәтенең абруйы артасаҡ, уның өсөн лайыҡлы хеҙмәт хаҡы түләнәсәк.
Бөгөн беҙ иң яҡшы мәктәптәребеҙ менән хаҡлы рәүештә ғорурлана алабыҙ. Уҡытыусыларыбыҙ араһында юғары наградалар менән бүләкләнгән үҙенсәлекле шәхестәр, белем биреү өлкәһендә алда барыусылар бихисап.
Һеҙҙең барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, именлек, рәхмәтле уҡыусылар теләйем! Көс-дәрт, балаларға һөйөү, һөнәри оҫталыҡтың яңынан-яңы бейеклектәренә өлгәшеү ынтылышы һеҙҙе бер ваҡытта ла ташламаһын.
Башҡортостан Республикаһы
Президенты Р. Хәмитов.


Вернуться назад