— Бик ваҡытлы килеп сыҡтың әле, Өлгөрбай ағай! Үҙегеҙҙе күптән көтә инек. Харап шәп ханым тураһында белмәй ҡалмағыҙ.
— Эйе, эйе, уның хаҡында башҡалар ҙа ишетһен.
— Кемдер ғибрәт, ә кемдер һабаҡ алыр...
Баш ҡаланың Калинин районында полиция хеҙмәткәрҙәре мине шулай тип ҡаршы алды.
Бөгөн ауыл ерендә эш юҡ. Бөтә халыҡ ҡала тип зыҡ ҡуба. Ә бында уларҙы, әйҙүк, рәхим ит, бына һиңә фатир, тип берәү ҙә көтөп тормай. Элекке кеүек дөйөм ятаҡ та юҡ. Әйләнгән һайын шунса-шунса йорт файҙаланыуға тапшырылды, беҙ фәлән-фәлән урында, йылдан-йыл күберәк төҙөйбөҙ тип күкрәк һуҡһаҡ та, торлаҡһыҙҙарҙың осо-ҡырыйы күренмәй. Уҙған быуаттағы һәр кешегә фатир буласаҡ тигән матур вәғәҙәне лә коммунизм менән бергә “ерләнек”. Шуға ла: “Фатирға индереүсе юҡмы?” — тип теләнселәп йөрөгәндәр донъя тулы хәҙер.
Линда Назарова ханым, зиһенле кеше булараҡ, нәҡ ошо етешһеҙлекте иҫтә тотоп эш башлай ҙа инде. Хәстәрлекле ҡатын бер бүлмәле фатирын ҡуртымға бирәсәге хаҡында бағана һайын яҙыу йәбештерә. Мохтаждар ул уйлағандан да күберәк булып сыға. Артынса уҡ бер туҡтауһыҙ шылтырата башлайҙар.
— Беҙ иғлан буйынса, фатир эҙләйбеҙ...
— Ярай, фәлән-фәлән урында осрашырбыҙ.
Ҡатын фатир өсөн шунда уҡ иҫәпләшеүҙәрен һорай. “Әлегә аҡсам юғыраҡ бит әле”, — тип әйтеүселәргә ҡаты ғына бәрелә.
— Мин һинең аҡса тапҡаныңды көтә алмайым. Торорға урыны булмағандар бер һин генә түгел. Бөгөн генә әллә нисә кеше, башҡаларҙы индереп ҡуймағыҙ инде, тип инәлде.
Шикләнеберәк ҡарағандарға паспортын күрһәтә.
— Ышанмаһаң, ҡара, бына пропискам. Үҙең күреп тораһың: фәлән урамда, фәлән йортта йәшәйем.
Линда ханым түләүҙе мохтаждарҙың өҫ-башына ҡарап билдәләй. Бер самараҡ кейенгәндәрҙән — аҙыраҡ, затлыраҡ күренгәндәренән күберәк һорай. Аҡсаны ҡулға төшөргәс, ул йәнә телгә килә.
— Аҙ ғына көтөргә тура киләсәк. Теге фатирҙа әле башҡа кешеләр йәшәй. Улар иртәгә күсенә. Шунан йәнә осрашырбыҙ.
Бер көн үтә, ике, өс... Әммә фатирға индереүсе ханымдан тауыш-тын юҡ. Телефоны ла эшләмәй. Ахырҙа алданыусылар уны теге адрес буйынса юллап китә. Ишекте бөтөнләй ят кешеләр аса.
— Беҙ берәүҙе лә фатирға индерергә уйламайбыҙ, — ти улар, ғәжәпләнеп. — Бер нисә йыл элек фәлән-фәләндән һатып алдыҡ.
Линда Назарованың исемен ишетеп, тегеләр төп башына ултырғанын аңлай. Йәшәгән урынын, телефонын йыш алмаштырып торғанлыҡтан, полиция ла эҙенә төшә алмай.
Башҡаларҙың хәсрәтенә битараф ҡала алмаған ханым көндәрҙең береһендә аҙыҡ-түлек магазинына килә. Ышаныслы аҙымдар менән туп-тура етәксе бүлмәһенә юл тота.
— Ни эшләп, әҙәм алдап, иҫкереп бөткән нәмәләрегеҙҙе һатаһығыҙ? — ти ул, иларға етешеп. — Ана, әхирәтем һеҙҙән алған аҙыҡ менән ағыуланып харап булды. Әле дауаханала ята. Хәле ҡыл өҫтөндә бисараның. Ире юҡ, өйөндә береһенән-береһе бәләкәй ике бала. Йә, бер-бер хәл була ҡалһа, уларҙы кем ҡарар. Врачтар дарыу өсөн бер туҡтауһыҙ аҡса таптыра...
— Китсәле, ысынмы?
— Ни эшләп алдап торайым.
— Ярай, улайһа, тегеләй-былай һөйләп йөрөмәҫһең инде. — Магазин етәксеһе әхирәте өсөн борсолоп йөрөгән ҡатынға биш меңен сығарып һона. Бәләһенән баш-аяҡ. Берәй бәлә-ҡаза булһа, унан да күберәк китер.
Бер аҙ ваҡыттан Линда йәнә директорға йүгереп килә. Был юлы дүрт мең һумын һыҙырып алып китә.
Оҙаҡламай ҡайғы-хәсрәткә батҡан ханым йәнә пәйҙә була.
— Һеҙҙең ғәйебегеҙ менән генә әхирәтем үлеп китте. Ерләү өсөн аҡса кәрәк, — ти ул, сеңләп.
Директорҙың дауаханаға шылтыратып белешергә башы етә. Баҡһаң, ундай ауырыу бер ваҡытта ла булмаған.
Көндәрҙең береһендә Линда Назарованың телефоны йәнә шылтырай.
— Беҙ иғлан буйынса фатир эҙләйбеҙ.
— Ярай, фәлән-фәлән урында осрашырбыҙ.
Был юлы “хәстәрлекле” ханым полиция ҡарамағына үҙе килеп ҡаба...
Өлгөрбай ТИКТОРМАҪОВ.