Ҡартлыҡтағы етемлек05.10.2012
Оҙаҡ аҙапланды Мәҙинә инәй. Киске туғыҙҙарҙа ауырый башлап, таң алдынан ғына тынып ҡалды. Шәфҡәт туташының уколдары ла ярҙам итмәне. Етмеш һигеҙ йәше менән барған ҡарсыҡ баҡыйлыҡҡа күсте...

Мәҙинә инәйҙең рәтләнеүгә бармағанлығы беленгәс, балаларына телеграмма һуҡҡайнылар. Хәбәр ебәреүгә аҙна-ун көн уҙһа ла, килеп күренеүсе булманы. Ауыл Советына шылтыратып, мәрхүмәнең үлеп ҡалыуын әйттеләр. Сәғәт ундар тирәһендә ҡарттар йорто ҡаршыһына йөк машинаһы килеп туҡтаны. Уны һуңғы юлға оҙатырға сыҡҡан әбей-бабайҙар, үҙ-ара быш-быш ҡына һөйләшеп, машина киткәндән һуң да урамда оҙаҡ торҙо.
Хәлимә инәй тәрән уйға сумған хәлдә бүлмә ишеген аҡрын ғына асып инде лә ашыҡмай ғына карауаты эргәһенә килде. Үҙен бимазалаған һорауҙарына яуап эҙләне ул. Дүрт балаһы була тороп, ниңә сит-ят кешеләр оҙата һуң әле һуңғы юлға Мәҙинәне? Әсә алдындағы бурысын үтәмәгән был балаларҙы бер ваҡыт намыҫтары ғазапламаҫмы? Һуңғы сиккә еткән вайымһыҙлыҡты нисек аңларға? Мәрхүмәнең урын-ере йыйыштырылғандан һуң шәрә ҡалған карауатына оҙаҡ ҡарап ултырҙы, ул һөйләгәндәрҙе иҫенә төшөрөп, яуап эҙләне.
Зарланыу-уфтаныуҙы яратмаған Мәҙинә инәй, дүрт балаһын ҡосаҡлап, йәшләй тол ҡалған. Шул балалар тип ферманан ҡайтып инмәгән. Күберәк урам тәрбиәһе алған ҡыҙ һәм улдарының ҡырыҫ, дорфа булып үҫеүен йәшереп маташманы мәрхүмә. Малайҙары бер-бер артлы армияға барып ҡайта, һуңынан ҡырға эшкә юллана. Ҡунаҡҡа ла онотҡанда бер генә ҡайтып киткеләйҙәр. Ҡыҙы ашнаҡсы һөнәренә уҡырға барған еренән шунда кейәүгә сыға.
Ҡарсыҡ үҙ көнөн үҙе күрә алмай башлағас, ҡыҙы уны ҡарттар йортона урынлаштыра. Ауылдаштары: “Әсәйеңде үҙеңә ал”, — тип өгөтләһә лә, “Ике бүлмәле фатирҙа былай ҙа дүртәү йәшәйбеҙ! Ҡайҙа һыйҙырайым уны!” — тип яуап ҡайтара.
Хәлимә инәйҙе уйҙарынан бүлеп, Әлфиә килеп инде. Ололарҙың үтенесен еренә еткереп үтәгән йыйыштырыусы ҡыҙҙы барыһы ла ярата. Кистәрен хат яҙып биреүсе лә, магазинға йөрөүсе лә — ул. Атаһының үлеменән һуң әсәһен ташлап сығып киткеһе килмәне. Әхирәттәре күпме генә ҡалаға китергә ҡыҫтаһа ла, ҡыҙ ауылда ҡалды.
Әлфиә карауаттағы урын-ҡаралтыны рәтләгәс, инәй эргәһендәге ултырғысҡа ултырҙы ла:
— Хәлимә инәй, Рәфит ағай ни эшләп оҙаҡланы икән, ҡайтып етәм тигәненә бер айҙан ашты бит инде? — тип ҡарсыҡҡа һораулы ҡарашын төбәне.
— Һуңғы килгән хатты һиңә уҡытманыммы ни әле, ҡыҙым? — тип тумбочкаһынан конверт алып, ҡыҙға һуҙҙы Хәлимә инәй.
Улы ҡабаттан Санкт-Петербургка барып ҡайтыуы, Өфөлә һатып алған фатирынан алыҫ булмаған ерҙән гараж белешеп йөрөүе тураһында яҙған. Ҡыҙ хатты уҡып, эйәһенә тапшырҙы ла:
— Ауыл яғы һағындырмаҫмы һуң, инәй? — тип һорап ҡуйҙы.
...Һағынһа ла, тегендә йәшәгем килә, бында тип кәзәләнер ваҡыты уҙған инде. Ят кеше түгел, үҙ балаһы. Ҡалған ғүмерен улар эргәһендә йәшәп уҙҙырһа ла, улы ауылға алып ҡайтып ерләр, исмаһам. Ҡарттар йортона эләгеүе лә ҡарсыҡтың үҙенән генә булды. Шуға күрә бер кемгә лә үпкә белдермәй.
Ике йыл элек кенә оло улы, килене, ейәндәре менән гөр килеп йәшәп ята ине. Улы ҡапыл ғына йөрәк сиренән үлеп китте. Шунан һуң килененең мөнәсәбәте лә үҙгәрҙе. Хәлимә инәй үҙ өйөндә артыҡ тамаҡ икәнен тойомлап алды. Санкт-Петербургтан Рәфите менән килене Лилиә ҡайтып төшкәс, үҙен ҡарттар йортона урынлаштырыуҙарын һораны. Улы: “Һин нимә, әсәй, кем шул йортҡа барып инә инде? Ояты ни тора!” — тиһә лә, һүҙендә ныҡ торҙо. Йыл ярым ҡарттар йортонда йәшәгән осоронда ниндәй генә яҙмыш эйәләренә тап булманы ул. Ярай, туған-тыумасаһы, дауамсыһы булмаған ҡарт-ҡарсыҡты ташламауҙарына мең рәхмәт, ә бит күбеһенең балаһы бар. Һинең беҙгә кәрәгең ҡалманы, тип, нисек ошо йортҡа килтереп ташларға мөмкин?! Хәҡиҡәт юлынан тайпылған ундай балаларға ла килер был көн.
Мәҙинә ҡарсыҡ вафат булғандың етенсе көнөндә Өфөнән Хәлимәнең улы Рәфит менән килене Лилиә килеп төштө. Улар тейәгән бүләк, күстәнәсте күреп, әбей-бабайҙар ни әйтергә лә белмәне. Был хәлде көтмәгән Хәлимә әбей балауыҙ һығып алды. Төшкө ашҡа йыйылғас, ҡарт-ҡоро бер мәлгә телһеҙ ҡалды. Батшалар табынынан кәм булмаған өҫтәл ҡаршы алды уларҙы.
Кәрәкле ҡағыҙҙар менән эш бөткәс, әсәләренә эйәреп, Рәфит менән Лилиә лә бүлмәләр буйлап һаубуллашып йөрөнө. Кеше бәхетен күреп, үҙҙәренең әсе яҙмышын уйлап, илап алыусылар ҙа булды.
Хәлимә инәй ултырып киткән машинаның эҙҙәрен йыуып, ямғыр яуып уҙҙы. Шунан Ер-әсәне иркәләп йылытырға тип, сағыу ҡояш та килеп сыҡты.
Лира ГӘРӘЕВА
Илеш районы.


Вернуться назад