Һәр башҡорттоң бурысы05.10.2012
“Башҡортостан”ды үҙем уҡый белгәндән бирле алдырып барам тиһәм, яңылышмаҫмын.

Атайым Мырҙағәле Хәсән улы фронттан 1946 йылдың башында ҡайтты, һәм шул осорҙан өйөбөҙҙә “Ҡыҙыл Башҡортостан” күренә башланы. Мин беренсе класҡа 1945 йылда уҡырға төштөм. Бер-ике йылдан инде гәзиттәргә күҙ йөрөтә башланым. 1957 — 1961 йылдарҙа Совет Армияһындағы хеҙмәтте һанамағанда, гәзиттән айырылғаным юҡ. 1947–1948 йылдар тирәһендә күрше малайҙар менән унда баҫылған шиғырҙарҙы уҡый торғайныҡ. Береһендә “немец ҡасты ыштанһыҙ” тигән юлдарҙы уҡып, йығылып ятып көлөшкәнебеҙ хәтеремдә. Авторы иҫтә ҡалмаған, элекке гәзиттәрҙән шуны табып, бер өҙөк баҫтырһағыҙ, еңел булмаған бала саҡ иҫкә төшөр ине.
Әйткәндәй, баҫманың йөкмәткеһе ифрат яҡшырҙы. Ҡайҙа ғына барһам да, “Башҡортостан”ды алып уҡырға өндәйем. Был — һәр башҡорттоң бурысы, тип иҫәпләйем.
Бигерәк тә ҡала мөхитендә йәшәүселәргә, балаларын башҡортса гәзиткә ихтирам рухында тәрбиәләргә кәңәш бирәм. Шөкөр, өс балам да, ейәндәрем дә башҡортса бик матур һөйләшә.
Гәзиттә баҫылған бөтә рубрикалар ҙа оҡшай. “Шиғриәт тулҡынында”, “Хоҡуғыңды бел!”, “Кәңәшемә ҡолаҡ һал”, “Башҡорт эшҡыуарлығы”, “Көн һайын ошо урында” тураһында әйтеп тораһы ла юҡ.
Хәҙер ҡайһы бер кешеләр эш юҡлыҡҡа зарлана. Беҙ пенсияға сығыр алдынан тыуған ауылға барып (ул Салауат ҡалаһынан йыраҡ түгел), ер алып, йорт һалып сыҡтыҡ. Балаларыбыҙ менән хәҙер шунда баҡса үҫтерәбеҙ, ҡош-ҡорт аҫрайбыҙ, малын да тоторға була. Шуның өсөн ҡала йәштәренә ауылдағы ата-әсәләре, туғандары менән бәйләнеште өҙмәҫкә, уларға ярҙамлашып торорға кәңәш итәм. Үҙегеҙгә ер алып, йорт һалһағыҙ, бигерәк тә отошло. Ә ауылда һәр ваҡыт шөғөл етерлек. Балаларығыҙ ҙа саф һауала үҫәсәк, эшкә лә өйрәнәсәк.
Шуны ла әйтеп үтәйем: “Башҡортса дини календарь” беҙҙең ҡалаға аҙ килә. Шуның тиражын күбәйтергә ине.
Тимерйән ИШЕМБАЕВ.
Салауат ҡалаһы.


Вернуться назад