Илтүҙәр ағай түҙмәне, күптән яҙылды05.10.2012
Илтүҙәр ағай түҙмәне, күптән яҙылдыГәзит һәм журналдарға яҙылыу барған осорҙа әлегә ҡәҙәр “Башҡортостан”ды алдырған уҡыусыларыбыҙға, артабан да беҙҙән айырылмағыҙ, тип өндәшәбеҙ. Өҫтөнлөктө нәҡ баҫмабыҙға биргәндәре өсөн рәхмәтле булыуыбыҙҙы еткерәбеҙ. Шуларҙың береһе — Иглин районының Түбәнге Ләмәҙ ауылында йәшәгән Илтүҙәр Харунов.

Хөрмәтле ир-уҙаман “Башҡортостан” гәзитен оҙаҡ йылдар алдыра. Баҫмабыҙҙы 1960 йылдан уҡый, ә 1975 йылдан үҙе лә мәҡәләләр яҙа.
Ауылдаштары уны элек-электән тынғыһыҙ, һәр мәсьәләгә етди ҡарашлы кеше булараҡ белә һәм ихтирам итә. Ошо төбәккә ҡағылған күп кенә проблемалар уның ҡатнашлығында хәл ителә, тип әйтергә мөмкин. Тыуған ауылы, ер-һыуы яҙмышына һис ҡасан битараф ҡалмай. Хеҙмәт юлының байтаҡ өлөшө мәктәп һәм балалар менән бәйле үткән аҡһаҡал өсөн иң мөһиме — тәртип, яуаплылыҡ.
Һәр кем үҙ өҫтөндә эшләргә, ә бының өсөн көн дә тиерлек ҡулына гәзит-журнал тоторға тейеш. Уҡымау, заман менән бергә атларға ынтылмау наҙанлыҡҡа, битарафһыҙлыҡҡа, тағы ла яманырағы — маңҡортлоҡҡа килтерә, тип иҫәпләй ул.
Был йәһәттән күптәнге уҡыусыбыҙ — ауылдаштарына матур өлгө. Илтүҙәр ағай түҙмәгән, киләһе ярты йыллыҡта ла “Башҡортостан” гәзите менән бергә ҡалыу өсөн август башында уҡ яҙылып та ҡуйған.
Минзилә ХАРИСОВА.
Иглин районы,
Түбәнге Ләмәҙ ауылы.



Вернуться назад