Йорттоң күркәмлеге нигеҙҙән башлана05.10.2012
Йорттоң күркәмлеге нигеҙҙән башланаДин мәсьәләләре – бөгөнгө йәмғиәтте айырыуса ҡыҙыҡһындырған темаларҙың береһе. Уға ҡағылышлы мөрәжәғәттәр, хаттар редакцияға йыш килә. Халыҡты борсоған һорауҙарға ниндәйҙер кимәлдә яуап эҙләү маҡсатында Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәммәт хәҙрәт Ниғмәтуллинды йома сәйенә саҡырҙыҡ. Табында Ислам диненең ғилемгә, әхлаҡҡа, милләт-ара татыулыҡты һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыуға, донъяның именлеген һаҡлауға индергән өлөшө тураһында һүҙ барҙы.

Динә АРЫҪЛАНОВА: Нурмөхәммәт хәҙрәт, нимә ул дин? Уны аңламаусылар күп, хатта ҡайһы саҡта сәйәси тема менән бутайҙар...
Нурмөхәммәт хәҙрәт НИҒМӘТУЛЛИН: Бисмилләһир-рахмәнир-рахим! Оло тәрбиә эше алып барған, халҡыбыҙға туҡтауһыҙ мәғлүмәт еткереп торған, республикалағы иң оло матбуғат сараларының береһе булған “Башҡортостан” гәзите редакцияһы хеҙмәткәрҙәрен баҫманың 95 йыллыҡ юбилейы айҡанлы ҡотлайым. Һеҙгә артабан да һаулыҡ, ижади көс, ғаиләләрегеҙгә бәрәкәт насип итһен.

Күптәргә аңлашылып етмәй ул дин. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһис-сәләмдән: “Нимә ул дин?” – тип һорағандар. “Дин – ул нәсихәт”, – тип яуап биргән ул. Тимәк, дин – тәрбиә, кәңәш биреү, аҡыл өйрәтеү. Ниндәй генә заман булмаһын, техник үҫеш йәһәтенән нисек кенә алға китмәйек, дин һәр ваҡыт йәшәй һәм йәшәйәсәк, сөнки ул халыҡтың күңелендә урын алған. Диндәр бик күп, Аллаһ Тәғәлә тарафынан бирелгәне лә, уйлап сығарылғаны ла бар. Эйе, берәүҙең шулай тигәне мәғлүм: “Әгәр бай булырға теләһәң, яңы дин уйлап тап”. Әле ниндәйҙер тәғлимәтте берәй дәүләттең Юстиция министрлығында теркәп, дин тип атаусылар, уға кеше йәлеп итеү менән шөғөлләнеүселәр күп осрай. Бының нигеҙендә байлыҡҡа йәки хакимлыҡҡа ынтылыш ята.
Ислам иһә – сәмәүи, йәғни күктән индерелгән дин. Белеүебеҙсә, Муса ғәләйһис-сәләм аша ергә “Тәүрат” төшөрөлә, Ғайса ғәләйһис-сәләм халыҡҡа “Инжил”ды еткерә. Һуңғы пәйғәмбәр Мөхәммәд ғәләйһис-сәләмдән ҡабул ителгән “Ҡөрьән” иһә ошо ике китапты тулыландырыусы, Ҡиәмәт көнөнә хәтлем кешелек донъяһына изге юл күрһәтеүсе итеп ебәрелә. Ләкин, быуаттар дауамында телдән-телгә күсеп барып, аҙаҡ ҡына ташҡа баҫылғанға күрә, “Инжил” байтаҡ үҙгәреш кисерә һәм хаталарға юл ҡуйыла, ә “Тәүрат”тың мәғәнәһен күрәләтә боҙалар һәм айырым бер ҡәүем өсөн дин ойошторалар. Әлбиттә, изге китаптар аша Аллаһ Тәғәләнең берлеген таныйбыҙ, әммә тәүге икәүһенең күпмелер өлөшө генә хаҡ икәнлеген иҫтә тоторға кәрәк. Бына ошо тарихи яңылышлыҡтар йыш ҡына динде сәйәси темаға әйләндерә лә инде.
Динә АРЫҪЛАНОВА: Исламдың төрлө ағымдары булыуына нисек ҡарайһығыҙ?
Нурмөхәммәт хәҙрәт НИҒМӘТУЛЛИН: Динебеҙҙең Башҡортостанға нисек килеп еткәнлеген беләбеҙ, был 310-сы Һижри йылға тура килә. Болғар ханлығының мөрәжәғәте буйынса беҙҙең тарафтарға Бағдад хәлифәтенән делегация юлланыуы, сәркәтибе Ибн Фаҙлан булыуы тураһында мәғлүмәттәрҙе, йылъяҙмаларҙы Иранда табып, оло хеҙмәт баҫтырып, күренекле ғалимыбыҙ Әхмәтзәки Вәлиди тарихи хәҡиҡәтте донъяға танытты.
Шуны әйтергә кәрәк: Исламдың иң матур, саф өлөшө тап беҙгә килгән. Әле хатта ғәрәп илдәрендә лә динебеҙгә хас булмаған йолалар бар. Мәҫәлән, Үзбәкстанда уҡыған саҡта кесе йома зыяраттарға шәм ҡуйыуҙың изге һаналыуын күрҙем. Баҡһаң, улар элек утҡа табынған, йолалары шул замандан ҡалған. Рәсәйҙең уртаһындағы Башҡортостан менән Татарстанда иһә динебеҙ ун бер быуат буйы имен һаҡланған. Батша Рәсәйендә ҡайһы бер осорҙарҙа Исламға ҡаршы сәйәсәт алып барылыуы, көсләп суҡындырыуҙары ла рухыбыҙҙы һындыра алмаған. Шулай уҡ ул замандарҙа Ҡазанда динебеҙгә зыян килтерергә маташыусы миссионерҙар ойошмаһы эшләгәне мәғлүм. Исламды көсһөҙләндереү маҡсатындағы хәрәкәттең бөгөн дә туҡталғаны юҡ: сит илдәр уйлап сығарған тәғлимәттәр менән төрлөсә һөжүм яһайҙар.
Динә АРЫҪЛАНОВА: Ә ниңә көсһөҙләндерергә тырышалар һуң?
Нурмөхәммәт хәҙрәт НИҒМӘТУЛЛИН: Динебеҙҙең үҫешкә индергән өлөшө иҫәпһеҙ-хисапһыҙ, быны белергә, танырға тейешбеҙ. Мәҫәлән, ғилем йүнәлешендә. Мәктәптә беренсе булып ҡулыбыҙға алған китап “Әлифба” тип атала, ул ғәрәп алфавитының “әлиф” һәм “ба” хәрефтәренән тора. “Хәреф” һүҙе лә – ғәрәпсәнән. Алгебра – “Әл-жәбер”. Китап, дәфтәр, ҡәләм, шиғыр, шағир, хикәйә, остаз, тәнәфес... Мәғариф һәм әҙәбиәт өлкәләрен был һүҙҙәрһеҙ күҙ алдына килтереү мөмкин түгел. Пәйғәмбәр Мөхәммәд ғәләйһис-сәләм үҙенең мөбәрәк хәҙисендә: “Белем эстәү һәр мосолман өсөн зарур. Ҡытайға барып булһа ла ғилем өйрәнегеҙ”, – тигән. Мосолман ҡытайҙар янына, әлбиттә, уларҙың динен үҙләштерергә бармай, ә тормошта кәрәкле нәмәләрҙе отоп алырға тырыша. Ләкин фәндәрҙе – диндән, динде фәндәрҙән айырып ҡарау дөрөҫ түгел.
Пәйғәмбәр Мөхәммәд ғәләйһис-сәләм бер хәҙисендә: “Ғилемде еңел итеп бирегеҙ. Баланы ҡыуандырығыҙ, һоҡландырығыҙ, рухландырығыҙ, дәртләндерегеҙ, уның күңелен китмәгеҙ”, – тигән. Шуға ла Ислам донъяһында иҡтисад, фән йылдам үҫкән. Европа илдәре шуға көнләшеп, мосолмандарға ҡаршы хаслыҡ ҡыла башлаған, тип фаразлайҙар. Кәрәкмәгән фәндәр индереү, белем биреү буйынса талаптарҙы көсәйтеү – шул замандарҙан хәҙергәсә килеп еткән кире күренеш. Олатайҙар һөйләүенсә, октябрь инҡилабына тиклемге йылдарҙа ла ауыр ысулдар менән баланың башын ҡатырғандар. Мәҙрәсәлә сыбыҡлауҙары, борсаҡҡа баҫтырып ҡуйыуҙары тураһында китаптарҙан уҡый торғайныҡ. Шағир Ғабдулла Туҡайҙың иҫтәлектәрендә лә бар ул. Шулай язалағас, интектереп уҡытҡас, баланың белем алырға ниндәй теләге булһын?
Даян МӘЖИТОВ: Беҙҙең халыҡта ла ҡот ҡойоу, ямғыр теләү кеүек йолалар бар. Улар Исламға ҡаршы килмәйме?
Нурмөхәммәт хәҙрәт НИҒМӘТУЛЛИН: Юҡ, ямғыр теләү Исламда бар, ҡот ҡойоуҙы ла дин тыймай. Өшкөрөү, йөрәк ултыртыу кеүек саралар ҙа инҡар ителмәй, сөнки улар дауаланыу өсөн ҡулланыла. Ислам бер ваҡытта ла файҙалы нәмәгә ҡаршы килмәй. Кешенең аҡылына, зиһененә, һаулығына, малына зыянлы булмаһа, һәр ысул ҡабул ителә.
Даян МӘЖИТОВ: Тарихҡа күҙ һалһаҡ, үҙ-ара ыҙғыштарҙың күбеһе көнләшеү арҡаһында тыуыуын күрәбеҙ. Был тойғо ҙур гонаһмы?
Нурмөхәммәт хәҙрәт НИҒМӘТУЛЛИН: Мосолмандар осрашһа, бер-береһенә “Әссәләмү-ғәләйкүм” тип өндәшә, йәғни йорттарына, ғаиләләренә именлек теләй. Үҙ-ара мөнәсәбәт боҙолоуҙан һәр саҡ һаҡланырға кәрәк.
Элек бер уҡытыусы балаларға күккә ҡарап “Алла юҡ!” тип ҡысҡырырға ҡушҡан. Барыһы ла тиерлек ҡушылғанды үтәгән, тик бер малай тик тора, ти. “Ниңә ҡысҡырмайһың?” – тип һорағастары: “Әгәр Алла ысынлап та юҡ икән, ниңә ҡысҡырырға? Әгәр булһа, ниңә уның менән мөнәсәбәтте боҙорға?” – тигән. Эйе, татыулыҡтың хаҡы ифрат ҙур. Ир менән ҡатын ыҙғышһа, ата менән бала талашһа, ғаилә тарҡала, мал юҡҡа сыға. Ике дәүләт дошманлашһа, әллә күпме ҡан ҡойола. Тимәк, һәр кем үҙенең бурысына яуаплы ҡарарға тейеш: ғаилә ағзалары ла, ил башлыҡтары ла... Көс ҡулланыу иһә бер ни ҙә бирмәй, булғанды юҡҡа сығара ғына. Быны Ливия миҫалында асыҡ күрҙек. Шул арҡала беҙҙең дә күп дәүләт менән бәйләнешебеҙ өҙөлдө.
Даян МӘЖИТОВ: Рәсәйҙә сит ил граждандарының күбәйеүен ҡайһы бер фирҡәләр ҙур проблема итеп күтәрә. Һеҙҙеңсә, уларҙы аңларға буламы?
Нурмөхәммәт хәҙрәт НИҒМӘТУЛЛИН: Милләт-ара мәсьәләләрҙә һәр саҡ алтын урталыҡты табырға тырышырға тейешбеҙ, сөнки донъя бер, барыбыҙ ҙа – Әҙәм ғәләйһис-сәләмдең балалары. Башҡортта “Күрше хаҡы – Тәңре хаҡы” тигән бик матур әйтем бар, шуны онотмайыҡ. Башҡаларға ауыр һүҙ әйтеүҙән йәмғиәттә тыныслыҡ урынлашмай, киреһенсә, ғауға ғына сыға. Үҙ ерендә баш булырға теләгән кешегә башҡаларға һәр яҡлап өлгө күрһәтергә, ихтирам һәм абруй яуларға кәңәш итер инем.
Даян МӘЖИТОВ: Хәләл ризыҡтар менән сауҙа итеү киң таралыу алды. Был ҡайһы берәүҙәрҙе шикләндереп тә ҡуя...
Нурмөхәммәт хәҙрәт НИҒМӘТУЛЛИН: Эш әле башланып ҡына тора, шуға күрә уға бәйле ваҡ етешһеҙлектәрҙең осрауы тәбиғи. Иң мөһиме – хәләл аҙыҡты сертификациялаусы комитет бар. Уның һөҙөмтәлелеген киләсәктә күрербеҙ.
Машина һатып алған саҡта уның ниндәй маркалы яғыулыҡ менән эшләүе хаҡында ҡыҙыҡһынабыҙ. Әгәр бензин урынына кәрәсин ҡойһаң, мотор тоҡанмаясаҡ. Шуның кеүек, кешенең дә үҙ аҙығы, йәғни хәләл ризығы бар. Башҡорт халҡы элек-электән ни менән туҡланған, беҙгә шул хәләл. Сиңерткә лә ашарға яраҡлы, әммә беҙ уға өйрәнмәгәнбеҙ. Ғөмүмән, белмәгәнеңде ашамау хәйерле. Дауа өсөн иһә төрлөһөн ҡулланырға мөмкин.
Даян МӘЖИТОВ: Хәҙер күптәр торлаҡ мәсьәләһен хәл итер өсөн йәки берәй йыһаз, автомобиль алыуға банктан кредит юлларға мәжбүр. Был дин ҡанундарына ҡаршы килмәйме?
Нурмөхәммәт хәҙрәт НИҒМӘТУЛЛИН: Ислам киҫкен ваҡытта башҡа саҡта тыйылғанды ла рөхсәт итә. Хатта хәрәм аҙыҡты ла йәнде һаҡлау өсөн ашарға мөмкин. Банктарға килгәндә, ҡапыл ғына күп аҡса табыуҙың башҡа юлы булмаһа, унда мөрәжәғәт итәһең инде. Әле беҙҙә кредит ойошмаларын алыштырырлыҡ бүтән финанс үҙәктәре юҡ бит. Риба була тип, хөкөм сығарырға ашығырға ярамай.
Ҡайһы берәүҙәр тота ла белер-белмәҫтән Ислам тураһында фекер йөрөтә башлай. Һәр кем юрист була алмай, бының өсөн юғары белем һәм күп уҡыу, мәғлүмәтлелек кәрәк. Студент ҡулына табип дипломы алғас та уға операция яһауҙы ышанып тапшырмайҙар.
Динә АРЫҪЛАНОВА: Һуңғы осорҙа мәсеттәр күп төҙөлә, уларҙа төрлө кеше мулла булып китә. Һәр ҡайһыһы үҙ ҡағиҙәһен дөрөҫ тип һанай...
Нурмөхәммәт хәҙрәт НИҒМӘТУЛЛИН: Юл башлаған саҡта проблемалар була инде ул. Динебеҙ менән етмеш йыл буйы айырылышып торғандан һуң араны тергеҙергә тырышабыҙ бит. Шулай ҙа булғанына шөкөр итәйек, хәҙергегә элекке менән сағыштырып баһа бирәйек. Бөгөн нигеҙҙе ни тиклем матур итеп һалһаҡ, киләсәгебеҙ шул тиклем күркәм буласаҡ.
Һәр кем үҙенсә хөкөм ҡыла башлай, тинем. Шулай булмаһын өсөн мулланы ауыл халҡы тәғәйенләп ҡуйырға тейеш. Иң уҡымышлыһын, абруйлыһын. Тимәк, кадрҙар араһында һайлап алыу мөмкинлеге булыуы мөһим. Элек һәләтле йәштәрҙе махсус уҡытҡандар, муллалыҡҡа әҙерләгәндәр. Имам – ул халыҡтың рухи етәксеһе.
Ислам буйынса белем алыу мөмкинлеге киң бөгөн: мәҫәлән, Өфөлә, Ҡазанда, Мәскәүҙә Ислам университеттары бар. Мулла булып йөрөгән хәлдә лә кеше туҡтауһыҙ белем эстәргә, камиллашырға тейеш. Өйҙә ултырып ҡына үҫеп булмай, хәрәкәт итергә кәрәк. Хәрәкәттә – бәрәкәт.
Мәсеттәр һалына, әммә шартына килерлеге һирәк. Төҙөүселәргә өлгө өсөн Күгәрсен, Мәсетле, Шишмә, Балтас райондарындағы боронғо мәсеттәрҙе барып ҡарарға, өйрәнергә кәңәш итер инем. Иман йортоноң манараһы ҙур, бейек булырға тейеш. Был рух үҫешен кәүҙәләндерә. Ишетеүемсә, уҙған быуат башындағы инҡилаптан һуң мәсеттәрҙең манараһын ҡырҡҡандар, сөнки унан һуң ғибәҙәтхана ябай өйгә әйләнә лә ҡуя. Иман йортон артыҡ биҙәү ҙә ярамай, сөнки унда кешенең иғтибары бүтән тарафҡа йүнәлә.
Динә АРЫҪЛАНОВА: Бөгөн донъяла Исламдан ҡурҡыу көслө. Мосолмандарҙы йыш ҡына төрлө енәйәттә ғәйепләйҙәр. Быға нисек ҡарайһығыҙ?
Нурмөхәммәт хәҙрәт НИҒМӘТУЛЛИН: Кемдең ысын мосолман икәнлеген тикшереп асыҡлап булмай. Ап-аҡ йәки ҡап-ҡара тип әйтерлек бер кем дә юҡтыр. Тулы мосолман булыу мөмкин дә түгел. Барыбыҙ ҙа дингә әкренләп киләбеҙ.
Беҙҙең халыҡта “Үҙеңдән башҡаны әүлиә тип бел” тиҙәр. Бәлки, һин ғәйепләгән кеше төндәр буйы күҙ йәше аша доға ҡылалыр, өйөндә балаларына бик яҡшы тәрбиә бирәлер, күңеле сафтыр. Һығымта яһарға ашыҡмаҫҡа кәрәк.
Динә АРЫҪЛАНОВА: Быйылдан мәктәптә дин дәрестәре уҡытыла. Был турала фекерегеҙ?
Нурмөхәммәт хәҙрәт НИҒМӘТУЛЛИН: Хупларлыҡ күренеш, әммә әгәр барлыҡ диндәр тураһында мәғлүмәт бер китапҡа тупланһа, яҡшыраҡ булыр ине, тип уйлайым. Уҡыусыға төрлөһөн сағыштырып ҡарау, өйрәнеү мөмкинлеге бирелмәй юғиһә. Ул алдан һайлаған бер динде өйрәнәсәк, башҡалары тураһында бер ни белмәйәсәк.
Башҡортостанда был йәһәттән проблема булмаҫ, ә сит төбәктәрҙә йәшәгән башҡорттарҙың хәле нисек икән? Күп урында белгестәр етешмәй, шуға дин дәрестәрен бер уҡытыусыға ғына йөкмәтеп, балаларға бер йүнәлеште көсләп тағыу күренештәре хаҡында ла ишетелә. Нисек кенә булмаһын, ғаиләлә тәрбиә ныҡлы булырға тейеш. Мәктәпкә генә һылтанып ҡалырға ярамай.
Динә АРЫҪЛАНОВА: Башҡортостанда Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылы айҡанлы бер кәлимә һүҙ әйтеп үтһәгеҙ ине.
Нурмөхәммәт хәҙрәт НИҒМӘТУЛЛИН: Әсәһеҙ — ҡыҙ, атаһыҙ ир бала үҫтермә, тиҙәр. Етем бала үҙен башҡаларҙан кәм тойоусан. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күп кенә енәйәттәрҙең нигеҙендә шул ята. Беҙгә никахтарҙың именлеген ҡулдан килгәнсә һаҡларға кәрәк, сөнки ғаилә институты юҡҡа сыҡһа, дәүләт нигеҙе ҡаҡшаясаҡ.
Күп нәмәне хәҙерге йәштәргә аңлайышлы булһын өсөн компьютер миҫалында күрһәтәм. Заман техникаһы эшләһен өсөн уға махсус программа һатып алабыҙ. Программаны һаҡлау маҡсатында шулай уҡ антивирус ҡуйырға кәрәк. Балаға ла тәрбиә бирәбеҙ, тәмәкенән, эскелектән, кеше йәки дәүләт хаҡына инеүҙән аралау өсөн иманын яңыртып торабыҙ.
Динә АРЫҪЛАНОВА: Нурмөхәммәт хәҙрәт, “Йома сәйе”нә килгәнегеҙ һәм ихлас әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт! Артабан да бәйләнештә ҡалайыҡ.
Әңгәмәне Даян МӘЖИТОВ
баҫмаға әҙерләне.


РЕДАКЦИЯНАН. Әйткәндәй, мөфтөй Нурмөхәммәт хәҙрәт, редакцияла эшләгән бер нисә кешенең тәмәке тартыуын белеп, уларға ошо яман ғәҙәттән арыныуҙа ярҙам итергә булды: ант иттереп, шаһиттар алдында ғәһеднамә яҙҙырып алды.


Вернуться назад