Барыбыҙ өсөн дә ҡәҙерле, тормошобоҙҙа дөрөҫ юлды табырға ярҙам иткән уҡытыусыларға, һөнәри байрамы айҡанлы, иң матур теләктәрҙе еткерәбеҙ. Заман ниндәй генә ауырлыҡ, һынау алдына килтереп ҡуймаһын, уларҙың көслө ихтыярлы, һынмаҫ рухлы булып ҡалыуы һәр ҡайһыбыҙға өлгө булырлыҡ.
Һуңғы йылдарға күҙ һалғанда, мәғариф өлкәһендә ыңғай күренештәр ҙә, борсоуға һалған мәсьәләләр ҙә күп. Белем биреүҙең сифатына, яңы технологияларҙы ҡулланыуға иғтибар артыуы һөйөнөслө — заман шуны талап итә. Ошоға ярашлы уҡытыусыларҙың һөнәри оҫталығын үҫтереү ҙә көнүҙәк мәсьәләгә әүерелде.
Белем биреү — ҙур яуаплылыҡ талап иткән ҡатмарлы, ауыр хеҙмәт. Унда ла, ғаиләләге кеүек, атай тәрбиәһе кәрәклеген нығыраҡ төшөнә барабыҙ. Ошо уңайҙан мәктәптәрҙә ир уҡытыусыларҙың күбәйеүе — ҡыуаныслы хәл. Быйылғы уҡыу йылында уларҙың һаны тағы ла артты. Педагогтарҙың һөнәри конкурстарында ла ир-аттың йышыраҡ ҡатнашыуына шаһит булабыҙ. 2011/12 уҡыу йылында “Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы” конкурсының финалында өс көслө зат вәкилен күреү, Ишембай ҡалаһынан Ришат Әйүповтың еңеү шатлығын кисереү ҡыуаныслы күренеш булды. Ысынлап та, теҙгендең ир-ат ҡулында булыуы яҡшыраҡ. Иң мөһиме — мәктәптәргә көслө заттың килеүе уҡытыусы һөнәренең абруйын күтәреүгә булышлыҡ итә.
Һәр изге эштең бөгөнгөһө генә түгел, киләсәге лә булырға тейеш. Әммә мәктәпкә йәштәрҙең бик үк атлығып тормауы хафаға һала. Әйтәйек, 2010/11 уҡыу йылында республика мәктәптәрендә 978 йәш белгес эш башлаһа, быйыл был һан 884-кә төшкән. Яңы технологияларҙы яҡшы белгән, заманса фекер йөрөткән быуынға бөгөнгө мәғариф өлкәһе айырыуса ҙур мохтажлыҡ кисерә. Әлбиттә, өлкән быуынды ла һаҡларға бурыслыбыҙ: улар тиҫтәләрсә йыл буйына тупланған ҙур тәжрибәгә эйә. Ошо ике ярҙы берләштереү, һәр ҡайһыһына иғтибарҙы арттырыу, бер-береһенән өйрәнеүҙе ойоштороу белем биреүҙең сифатын тағы ла яҡшыртыр ине. “Тәжрибәһеҙ” тип йәштәрҙе эшкә алмаҫҡа тырышыу, уларға көсөн һынап ҡарау мөмкинлеген бирмәү дөрөҫмө? Был мәсьәләне хәл итеү йәһәтенән ышаныслы аҙымдар яһала: һуңғы йылдарға күҙ һалғанда, яңы эш башлаған белгестәр һөнәри конкурстарҙа көсөн һынап ҡарай, улар өсөн төрлө проекттарҙа ҡатнашыу мөмкинлеге лә киңәйә. Быйыл йәнә яңыһы булдырылды: ике йылға бер тапҡыр 25 йәш педагогка 40 мең һумлыҡ грант тапшырыласаҡ.
Мәғариф өлкәһендәге киҫкен мәсьәләләргә килгәндә, тармаҡтағы яңы талаптар буйынса уҡытыусыларҙың, айырыуса бәләкәй ауылдарҙағыларҙың эшһеҙ ҡалыуы, мәктәптәрҙең ябылыуы ҙур борсолоу тыуҙыра. Ошо уңайҙан күптән түгел “Ватаным Татарстан” гәзитендәге бер мәҡәлә иғтибарҙы йәлеп итте. Ауыл мәктәптәренең проблемаһын хәл итеү өсөн Дәүләт Думаһы депутаты Илдар Ғималетдинов Рәсәй Хөкүмәтенә, Президент Владимир Путиндың исеменә хат яҙған. Һөҙөмтәлә алдағы йылдарҙа ауыл мәктәптәре өсөн билдәләнгән нормативтың (бер класта 14 уҡыусы булырға тейеш) юҡҡа сығыуы ихтимал. “Тимәк, төбәктәрҙең мәғариф системаһын финанслауҙың бөтөнләй башҡаса булыуы бар. Ауыл мәктәптәренең хәле яҡшырыр тигән өмөттәбеҙ”, — тигән Илдар Ирек улы. Әлбиттә, был йәһәттән беҙгә лә өндәшмәйенсә ҡалырға ярамай. Шул уҡ ваҡытта “иң тәүҙә ауылдарҙы үҫтерергә кәрәк” тигән фекерҙе лә инҡар итеп булмай. Һәр хәлдә, киләсәкте ҡулына алыр йәш быуынды ауыл тәрбиәһенән, халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәтенән айырыуға юл ҡуя алмайбыҙ.
Уҡытыусылар һәр заманда ла йәмғиәтте алға әйҙәүсе маяҡ булған. Уларҙың ошо юғарылығын һаҡлаһаҡ, ҡәҙерен белһәк, йәмғиәтебеҙ ҙә отор.
Д. ТӘЛҒӘТОВА.