Өфөлә юл япмаһының сифатын күҙәтеү буйынса өр-яңы лаборатория сафҡа индереләсәк. Уның эше һөҙөмтәһендә баш ҡалалағы юлдарҙа хәүефһеҙлек артасаҡ.
Өфө хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, әле лаборатория өсөн ҡорамалдар һатып алынған, “ГАЗель” автомобиле менән тәьмин итеүгә сауҙалашыу үткәрелгән, ҡалған кәрәк-яраҡтар исемлеге төҙөлгән һәм Конкурс эштәрен ойоштороу үҙәгенә ебәрелгән.
Лаборатория Өфө хакимиәтенең Коммуналь хужалыҡ һәм төҙөкләндереү идаралығында урынлашасаҡ. Әле тикшеренеүҙәр өсөн майҙансыҡ әҙерләнә, мебель һатып алына. Лабораторияны киләһе йылдың мартында асыу күҙаллана.
Әйткәндәй, юл сифатына республика етәксеһе үҙе контроллек итә.
— Быйыл Башҡортостанда юл һалыуға былтырғыға ҡарағанда өс тапҡырға күберәк аҡса бүленде. Эш күләме лә ярайһы уҡ артты, — тине Рөстәм Хәмитов “Хәбәрҙәр–Башҡортостан. Аҙналыҡ ваҡиғалар” тапшырыуының йәкшәмбеләге махсус сығарылышында.
Республика Президенты билдәләүенсә, юл эштәренең сифатына ла талап ярайһы уҡ көсәйтелде. Тап ошо маҡсатта махсус лабораториялар ойошторола.
Башҡортостан Юл хужалығы идаралығындағы лаборатор контроль бүлегенең Мәләүез һәм Бөрө ҡалаларында ике филиалын асыу күҙаллана. Уларҙың төп бурысы — автомобиль юлын һалыу, төҙөкләндереү һәм файҙаланыу технологияһын күҙәтеү.
Л. ДӘҮЛИЕВА.