Һәр һорауға — төплө яуап04.10.2012
Башҡортостанда баҫма һәм электрон матбуғат саралары, һанлы телевидение һәм радио үҫеше, мәғлүмәт технологиялары мөмкинлектәре һәм башҡа һорауҙарға республиканың элемтә һәм киң коммуникациялар министры Борис Мелкоедов республиканың “Ижтимағи-электрон гәзите”ндә ойошторолған онлайн-конференция барышында яуап бирҙе.

Республика матбуғатына яҙылыу барышы, Өфө полиграфия комбинаты яҙмышы, мәғлүмәт технологиялары өлкәһендә технопарк булдырыу кеүек һорауҙар ҙа ҡыҙыҡһындырҙы гәзит уҡыусыларҙы. Борис Николаевич уларҙың һәр береһенә ентекле яуап ҡайтарҙы.
Ә. ИЛДУСОВА.


Вернуться назад