Берҙәм акцияға күсеү тамамланды04.10.2012
Берҙәм акцияға күсеү тамамланды“Башнефть” йәмғиәте Өфө нефть эшкәртеү заводы, “Новоил”, “Өфөнефтехим”, “Башкирнефтепродукт” һәм “Ырымбурнефтепродукт” бүлендек йәмғиәттәрен ҡушыу аша үҙгәртеп ойоштороу программаһын тамамланы. Әле компанияға билдәләп үтелгән йәмғиәттәрҙең үҙаллы юридик шәхес булараҡ эшен туҡтатыуы хаҡында белдереү килде.

— “Башнефть” йәмғиәтенең берҙәм акцияға ҡиммәтле ҡағыҙҙар хужаларының мәнфәғәттәрен һәм хеҙмәткәрҙәрҙең хоҡуҡтарын үтәп, асыҡтан-асыҡ күсеүенән ҡәнәғәтбеҙ, — тине компанияның Директорҙар советы рәйесе Феликс Евтушенко. — Уңышлы үҙгәртеп ҡороу йәмғиәт эшмәкәрлегенең һөҙөмтәлелеген арттырыуға, инвестициялар йәлеп итеү һәләтен күтәреүгә, корпоратив идара сифатын яҡшыртыуға булышлыҡ итер, тип ышанам.
Октябрҙә “Башнефть” йәмғиәтенең Директорҙар советы сираттағы ултырышын үткәрә. Унда бүлендек йәмғиәттәрҙең ҡиммәтле ҡағыҙҙарына алмаштырылған өҫтәмә эмиссия акцияларын урынлаштырыу йомғаҡтары тикшереләсәк.
“Башнефть” компанияһының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, быйыл 11 мартта йәмғиәт бүлендек йәмғиәттәрҙе берләштереү аша үҙгәртеп ҡороуҙы башлау хаҡында иғлан иткәйне. Апрелдә акционерҙарҙың сираттан тыш дөйөм йыйылыштары ошо хаҡта ҡарар ҡабул итте. Үҙгәртеп ҡороу шарттарына ярашлы, июндә “Башнефть”, шулай уҡ берҙәм акцияға күсеүҙә ҡатнашҡан бүлендек йәмғиәттәр акционерҙарҙан ҡиммәтле ҡағыҙҙарҙы һатып алды.
Был сарала Ernst & Young, Goldman Sachs (Рәсәй), шулай уҡ “Хоҡуҡ линияһы”, Legal Capital Partners компаниялары консультант булды.
Ғ. ХӘБИРОВ.


Вернуться назад