Һыналды, һынатманы04.10.2012
Һыналды, һынатманыБөгөнгө мәғариф өлкәһе, башҡорт теленең яҙмышы хаҡында фекере менән уртаҡлашып, редакцияға даими шылтыратып торған милләттәштәребеҙҙең барлығы һөйөндөрә. Улар — яҡын кәңәшсе, кәрәк сағында тәнҡитсе, ғөмүмән, эшебеҙҙә ҙур терәк. Ошондай остаздарыбыҙ араһында Өфөләге 2-се башҡорт лицейы директоры Нурфәйез Баһауетдинов та бар.

— Һәр иртәне гәзиттәрҙең яңы һаны менән танышыуҙан башлайым. Электән шулай күнегелгән, — ти ул. — Хеҙмәт юлымдың 35 йылы етәкселек эшендә үтте. Ә ундай урында матбуғат — айырыуса ҙур ярҙамсы, таяныс, халыҡ менән яҡшы мөнәсәбәт булдырыуҙа ышаныслы иптәш.
Белемгә ынтылған, мәғлүмәтле кешенең заманса фекерле булыуы, һәр саҡ алдан йөрөп, юҡтан бар яһауы сер түгел. Нурфәйез Муса улы — тап шундайҙарҙан. Стәрлебаш районының Ибраҡай ауылы малайы бәләкәйҙән ифрат ныҡышмал, тырыш була.
— Иҫәп-хисапҡа әүәҫлегем, ойоштороу һәләтем атайымдан киләлер, — ти Нурфәйез Муса улы. — Ул — Бөйөк Ватан һуғышы ҡаһарманы. Фронттан һуңғы ғүмере етәкселектә үтә: бригадир, ферма мөдире вазифаларын ҙур оҫталыҡ, үҙенсәлекле һәләт менән башҡара. Башланғыс класс белеменә генә эйә булыуына ҡарамаҫтан, атайымдың күңелдән иҫәпләүе, башында һандар “уйнап тороуы” хаҡында замандаштары һоҡланып та, ғәжәпләнеп тә иҫкә ала торғайны.
Нурфәйез Баһауетдиновтың да математикаға әүәҫ булыуы бәләкәйҙән төҫмөрләнә. “Миңләхмәт исемле класташым менән ярыша-ярыша бер мәсьәләне бер Һыналды, һынатманынисә алым менән сисергә ярата торғайныҡ”, — тип хәтерләй ул. Теүәл фәндәргә һәләте күрше Ҡалҡаш ауылында уҡығанда, Стәрлебаштың 1-се мәктәбендә нығыраҡ үҫешә. Район үҙәгендә Рауил Әүхәҙиев исемле физика уҡытыусыһын айырым ихтирам менән иҫкә ала Нурфәйез Муса улы. Уның кәңәше менән әлеге Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһының физика-математика факультетына уҡырға инә. Һыуҙағы балыҡтай тоя ул бында үҙен, тырышып белем ала, йәмәғәт эштәрендә ихлас ҡатнаша. Хас үҙе кеүек дәрте ташып торған, студент тормошонда ҡайнап йәшәгән ҡыҙҙы — башҡорт филологияһы факультетынан Миңлехәнә исемле һылыуҙы тап ошонда осрата. Һуңғы курста өйләнешкән йәштәрҙе уҡыу йортонда эшкә ҡалырға күпме өгөтләһәләр ҙә, улар ауылды һайлай — Ҡалҡаш мәктәбенә ҡайта.
— Тәүге эш урыным шулай ғәйәт матур мәл булып хәтерҙә уйылып ҡалған, — ти Нурфәйез Муса улы. — Ҡалҡаш мәктәбенең шундай йәш, гөрләп торған сағы ине. Уҡыусылар күп — 300-гә яҡын. Ике смена булғанлыҡтан, көнө-төнө тигәндәй мәктәптәбеҙ. Бер йылдан мине директорҙың тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары итеп тәғәйенләнеләр. Был бурыс ғаиләбеҙҙең уртаҡ йөкләмәһенә әйләнде. Хәнә апайығыҙ, сағыу тауышлы, байрамдарҙы оҫта итеп алып барыуға әүәҫ кеше булараҡ, тәрбиәүи-мәҙәни сараларҙы ифрат матур итеп үткәрә ине. Барлыҡ күңелде һалып башҡарған эш кешенең йөрәгенә үтеп инә бит ул: мәктәптә ойошторолған кисәләргә халыҡ ағылып килә торғайны...
Ихласлығы, тырышлығы, белемле булыуы, һәр саҡ алға ынтылыуы менән райондаштары араһында ҙур ихтирам ҡаҙана йәш ғаилә. Яҙмыш еле ҡайҙа ғына илтмәһен, ниндәй генә вазифа йөкмәтмәһен, һәр эште еренә еткереп, яуаплылыҡ менән башҡара улар. Тап ошо һыҙаттары Баһауетдиновтарҙы етәкселек юлына баҫтыра: Миңлехәнә Ишмөхәмәт ҡыҙы ике тиҫтә йыл Стәрлебаштың 1-се мәктәбендә директор, Нурфәйез Муса улы район хакимиәтенең мәғариф идаралығы начальнигы булып эшләп, үҙҙәрен алмаштырғыһыҙ хеҙмәткәр итеп таныта.
Әле улар Өфөлә йәшәй. Һаман да һәр көнөн белем биреүгә, йәш быуынды тәрбиәләүгә арнай Баһауетдиновтар. Миңлехәнә Ишмөхәмәт ҡыҙы Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында эшләһә, ғаилә башлығы — 2-се башҡорт лицейы директоры. Йүнсел хужаның хәстәрлеге менән лицейҙың матди-техник хәле йылдан-йыл яҡшыра, белем сифаты күтәрелә, ғөмүмән, белем усағы тулы тормош менән йәшәй. Былтыр, мәҫәлән, уҡыу йортоноң ашханаһы заманса талаптарға ярашлы йыһазландырылды, биләмәлә спорт майҙансығы асылды. Ошондай уҡ программаға ярашлы яңыртылған профилакторийҙа йыл һайын һәр уҡыусы сәләмәтлеген нығытыу мөмкинлегенә эйә.
Ошо көндәрҙә абруйлы уҡытыусы һәм етәксе, педагогика фәндәре кандидаты Нурфәйез Муса улы 60 йәшен билдәләне. Алда әйтеп үткәнебеҙсә, төп эше менән бер рәттән бөгөнгө мәғарифтың торошо, башҡорт теленең, милли уҡыу йорттарының, матбуғаттың яҙмышы хаҡында һәр саҡ уйланып, шатланып-көйәләнеп ғүмер иткән сағы. Ауыл балаларын йыраҡҡа йөрөтөп уҡытыуҙары, хеҙмәт тәрбиәһенә иғтибарҙың кәмеүе айырыуса борсой етәксене.
— Заманында үҙебеҙ IV кластан күрше ауылға йәйәү йөрөп уҡырға мәжбүр булдыҡ. Ҡайһы саҡта тракторға ултырып барыу “бәхете” тейә ине. Бала, айырыуса бөгөнгө алға китеш заманында, бындай көсөргәнешкә хаҡлымы икән? — тип борсола ул. — Ғөмүмән, хәҙерге мәғарифта уҡыусыға ныҡлы белем биреү маҡсаты онотола бара кеүек. Балалар, дәрестән китеп, бихисап сарала, байрамда ҡатнашырға мәжбүр — система шуны талап итә. Һөҙөмтәлә бөгөнгө уҡыусыларҙа, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, айырым фәндәргә ҡыҙыҡһыныу күрмәйем. Барыһын да предмет булараҡ ҡына ҡабул итәләр, ижади ҡараш, эҙләнеү юҡ. Ә беҙҙең заманда һәр баланың айырым ҡыҙыҡһынған, яратҡан фәне була торғайны. Күбебеҙ бәләкәйҙән төҫмөрләнгән һәләт буйынса үҫештек, камиллаштыҡ.
Хеҙмәт тәрбиәһенең юғалып ҡалыуы менән дә һис килешмәйем. Элек оҫтаханалар гөрләп эшләй, уҡыусылар мәктәптән ҡул эшен белеп, тормошҡа ниндәйҙер кимәлдә әҙер булып сыға торғайны. Хәҙерге балаларға ҡарайым да “компьютер донъяны кемдәрҙең ҡулына тапшырыр?” тигән борсолоулы уйға батам. Әлбиттә, быны булдырмау, йәш быуынды һәр яҡлап камил итеп үҫтереү — үҙебеҙҙең ҡулда. Ата-әсә, уҡытыусылар ошоно онотмаһын ине.
Дилбәр ИШМОРАТОВА


Вернуться назад