Иртәгә — күнекмә03.10.2012
“Бөтәгеҙ ҙә иғтибар итегеҙ! Башҡортостан Республикаһының хөрмәтле халҡы һәм ҡунаҡтары! Бөгөн граждандар оборонаһы буйынса иҫкәртеү системаһын тикшереү тәңгәлендә Бөтә Рәсәй күнекмәһе үтә. Тәртип һәм тыныслыҡ һаҡлауығыҙҙы һорайбыҙ!”

4 октябрҙә радио һәм телевидение аша Башҡортостандың үҙәкләштерелгән иҫкәртеү системаһын тикшереү өсөн ошондай йөкмәткеле иғлан яңғыраясаҡ. Был көндө Рәсәйҙә гражданлыҡ оборонаһы барлыҡҡа килеүгә 80 йыл тулыу уңайынан ведомствоның күнекмәһе үтәсәк. Унда федераль, төбәк башҡарма власть һәм урындағы үҙидара ойошмалары вәкилдәре ҡатнашасаҡ.
Ә. ИЛДУСОВА.


Вернуться назад