Йәштәр пенсия хаҡында белһен03.10.2012
Республика буйынса пенсия бүлексәһенең матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостанда, бөтә илдәге кеүек үк, өлкән класс уҡыусылары һәм студенттар өсөн Берҙәм пенсия грамоталылығы көнө үтә.

Уҡыусы йәштәрҙең пенсияға ҡағылышлы белемен арттырыуға арналған дөйөм федераль мәғлүмәт-аңлатыу кампанияһының икенсе этабы бара. Пенсия фондының Башҡортостандағы идаралыҡтарынан тиҫтәләрсә белгес уҡыу йорттарына юлланды. Улар йәштәргә пенсия системаһы, ҡағиҙәләре хаҡында аңлата. Ҡайһы бер райондарҙа бындай дәрестәр уҡыусыларҙа ғына түгел, уҡытыусыларҙа ла ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра.
Рәсәй Хөкүмәте ҡарамағындағы Финанс университеты филиалы — Өфө финанс-иҡтисад колледжында ошондай дәресте Рәсәй Пенсия фонды идараһы ағзаһы, Башҡортостан буйынса идарасы Фоат Хантимеров үткәрҙе.
— Кеше үҙе эшләгән осорҙа пенсия капиталын туплай, — тине Фоат Хантимеров. — Бөгөн “пенсионер” тигән һүҙ беҙгә ҡағылмай тиерһегеҙ. Эшләй башлағас, барыбер үҙегеҙҙең пенсия тарихын яҙасаҡһығыҙ. Шуға күрә тейешле белемгә эйә булырға кәрәк.
Ошондай дәрестәр өсөн Пенсия фонды уҡыу ҡулланмаһы төҙөнө. Унда йәштәр Рәсәйҙәге пенсия системаһының ҡоролошо, буласаҡ пенсияны тәьмин итеү алымдары хаҡындағы һорауҙарға яуап табасаҡ. Сентябрҙән декабргә тиклем республикалағы барлыҡ уҡыу йорттарында “Рәсәйҙә пенсия тәьминәте” тигән курс үтәсәк.
Ғариф ХӘБИРОВ.


Вернуться назад