Ялған хәбәр өсөн — штраф03.10.2012
Ҡайһы бер граждандар ҡылынған енәйәт буйынса хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәт иткәндә дөрөҫ мәғлүмәт бирмәй. Күпселек осраҡта улар үҙ файҙаһын ҡайғыртып эшләй. Бигерәк тә кеҫә телефоны юғалыуы тураһындағы хәбәрҙә мәғлүмәт йыш ҡына дөрөҫлөккә тап килеп бөтмәй.

Мәҫәлән, Белоретта йәшәгән ҡатын “Металлург” стадионында ял иткәндә телефонын юғалта. Ни эшләргә? Полицияға шылтыратырға һәм телефонды урлауҙары хаҡында хәбәр итергә. Ҡатындың башына килгән тәүге уй шул була. Артабан тикшереү эше барышында билдәләнеүенсә, ҡатын ул стадионда бөтөнләй булмаған һәм телефонын иғтибарһыҙлығы арҡаһында төшөрөп ҡалдырған. Дуҫтарынан өҫтәмә һорау алыу һөҙөмтәһендә оперативниктар ошоларҙы асыҡлаған. Ялған хәбәр еткереүсегә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылды.
Ошоға оҡшаш йәнә бер хәл. Йәш егет, дуҫтары менән кафела ял иткәндән һуң, төн уртаһында автомобилендә йөрөп килергә була. Әммә иҫерек водитель автомобилен туҡталҡанан алып сыҡҡанда эргәһенә ҡуйылған башҡа машиналар зыян күрә: ишектәрен һыҙыра. Егет енәйәт ҡылынған урындан алыҫыраҡ китергә ашыға. Күпмелер араны уҙғас, автомобилен яҡындағы бер йорт алдында ташлап китә. Машинаның ишеген бикләмәй, әммә асҡыс һәм документтарын үҙе менән ала. Һуңынан полицияға килеп автомобилен урлауҙары тураһында ялған хәбәр еткерә. Өйөнә ҡайтҡас, егет, үҙенең ҡылығы хаҡында етди уйланып, кире килеп дөрөҫөн һөйләп бирә.
Әйтергә кәрәк, дежур бүлеккә ялған хәбәрҙәр көн һайын тиерлек килеп тора. Полиция хеҙмәткәрҙәре бер генә мәғлүмәтте лә иғтибарһыҙ ҡалдырмай. Йәнә берәү “ирем туҡмай” тип шылтырата. Күрһәтелгән адрес буйынса йәш кенә ҡатындың балаһы менән йәшәүе асыҡлана. Ә ире бер аҙна элек Татарстанға эшкә киткән булған. Ошоға оҡшаш тағы бер хәбәр: “Күршебеҙ наркотик эшкәртә”. Ә ысынында был адрес буйынса йәшәгән егет Магнитогорск ҡалаһында эшләй икән. Фатиры күпселек ваҡыт бикле тора. Наркотик та эшкәртмәй, үҙе лә ҡулланмай икән.
Үрҙә килтерелгән хәлдәрҙән күренеүенсә, хәбәр итеүселәр алдашыу өсөн төрлө сәбәп тапҡан. Енәйәт кодексының 306-сы статьяһына ярашлы, полицияға ялған мәғлүмәт еткергән өсөн закон тарафынан яуаплылыҡҡа тарттырылыуҙарын белә тороп та, ошо аҙымға барған граждандарға 120 мең һум күләмендә штраф һалына. Йә булмаһа, улар алты айға ҡулға алына, йә иһә ике йылға иркенән мәхрүм ителә.
Шулай уҡ “02” телефонына йәки телдән полицияға енәйәт ҡылыныуы тураһында ялған хәбәр еткергән кеше лә закон тарафынан яуаплылыҡҡа тарттырыла.
Гүзәл БАЙБУЛАТОВА,
“Белорет” муниципаль-ара эске эштәр бүлегенең матбуғат хеҙмәте хеҙмәткәре.


Вернуться назад