Санкт-Петербург ҡалаһында “Матур мәктәп” халыҡ-ара конкурсын асыу тантанаһы булды. Педагогия фәндәре кандидаты, Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы доценты Ғәлиә Мөхәмәтйәнова ошо конкурстың жюри рәйесе булып тора.
Әлеге сарала Мәскәү, Санкт-Петербург, Иркутск, Ҡазан, Саха (Яҡут), Алтай, Бөйөк Новгород, Силәбе һәм Башҡортостандан мәғариф учреждениелары вәкилдәре ҡатнашты. Бында һәр баланың үҙенсәлекле булыуына инанған, уның дәрәжәһен яҡлаған, белем алыу хоҡуғын тәьмин иткән иң сағыу таланттар, Рәсәйҙең иң оҫта уҡытыусылары йыйылғайны. Тап матур мәктәп балала уҡырға теләк уята, тормоштан ҡәнәғәтлек алырға, ҡыуанып йәшәргә өйрәтә.
Форумды асыу тантанаһында жюри рәйесе Ғәлиә Мөхәмәтйәнова менән “Матур мәктәп” хәрәкәтенең халыҡ-ара координаторы, иҡтисад фәндәре докторы, профессор Нина Литвинова тәбрикләү һүҙҙәре менән мөрәжәғәт итте.
— Беҙгә 15 йыл дауамында рухташтар менән аралашыу бәхете тейҙе, — тине үҙенең сығышында Ғәлиә Мөхәмәтйәнова. — Бында гүзәллек тойғоһо өҫтөнлөк итә, уҡытыусылар үҙҙәренең иң күркәм, изге сифаттары менән уртаҡлаша. Шул саҡта күңел дә сафлана.
Ғәлиә Мөхтәр ҡыҙы билдәләүенсә, конкурстың арауыҡтағы этабында Өфөнән 116, 5, 3, 16, 53, 93, 69, 68-се мәғариф учреждениелары үҙҙәрен айырыуса сағыу күрһәткән. Артабан форумдың эше Украинала һәм Белоруссияла дауам итте.
Матур мәктәп идеяһы мәктәп тормошоноң бөтә яҡтарын (йөкмәткеһен, ойошторолошон, матди-техник базаны, коллективтағы һәм айырым кеше менән мөнәсәбәттәрҙе, иҡтисади һәм сәйәси мәсьәләләрҙе) берлектә баһалау мөмкинлеген бирә. Конкурста ҡатнашыу мәктәпте үҫтереүгә булышлыҡ итә, ыңғай үҙгәрештәргә ынтылыш яһала. “Матур мәктәп”, өр-яңы ҡыҙыҡлы проект булараҡ, йәмәғәтселектә юғары баһа алды.
Айрат ХӘЛИЛОВ.