“Башҡортостан” гәзитендә сыҡҡан “Баланы биләүҙән тәрбиәләү шарт” (2012 йыл, 11 июль. Авторы — М. Әлимғолов), “Дыуамал йәшлек менән сабыр ҡартлыҡ берҙәм булһын” (2012 йыл, 20 июль. Ләлә Бейешева) тигән мәҡәләләрҙе ҙур әсенеү менән уҡып сыҡтым.
Шуныһы ҡыҙғаныс: гәзит, журнал, китап уҡыу күптәрҙең тормошонан ситләшә бара. Кешеләр, бигерәк тә йәштәр, ҡайҙан белем, фәһем алырға тейеш?! Әйтергә кәрәк, Башҡортостан юлдаш телевидениеһында әхлаҡи тәрбиә бирерҙәй тапшырыуҙар күрһәтелеп тора, әммә үҙәк каналдар, нигеҙҙә, күңел асыуға ҡоролған. Шуның өлгөһөндә йәштәр “күңелле тормош” эҙләй. Күптәре еңел-елпе тормошто аҙым һайын урынлашҡан магазиндарҙан һыра алып эсеүҙән башлай. Урамда китеп баралар, шешәләрҙе бушата баралар. Уларға бер кем иғтибар итмәй. Шулай итеп, үҫмерҙәр эскелеккә бирелә, “йәшел йылан”ға үрелә. Һөҙөмтәлә берәүҙәре спиртлы эсемлектән ағыуланып үлә, икенселәре иҫерек баш менән үҙ-үҙенә ҡул һала. Юл-транспорт ваҡиғаларының да күпселегендә иҫеректәр ғәйепле.
Алкоголизм беҙҙә кинәт кенә барлыҡҡа килмәгән. Мәҫәлән, XIX быуатта Рәсәй спиртлы эсемлек ҡулланыусылар һаны буйынса Европа илдәре араһында аҙаҡҡы урындарҙа булған. Мосолмандар араһында эскәндәр бөтөнләй осрамаған. Бөгөн иһә илебеҙ хатта балалар алкоголизмы буйынса беренсе урында тора...
Тәмәке тартыу буйынса ла күптән “рекорд” ҡуйҙыҡ. Ир-егеттәребеҙҙең — 70, ҡатын-ҡыҙҙарҙың 35-40 проценты тәмәке көйрәтә. Был алама ғәҙәт арҡаһында сабыйҙар етлекмәй тыуа, ауырыу балалар арта.
Йәмәғәт урындарында, урамдарҙа тәмәке тартыуҙы ҡәтғи тыйырға, сәләмәт тормош алып барған хеҙмәткәрҙәргә дәртләндереү саралары булдырырға кәрәк. Күп илдәр был юҫыҡта уңышҡа өлгәште. Өҫтән бойороҡ биреп кенә заман сирен еңеп булмай. Уға ҡаршы халыҡ менән бер төптән көрәшергә кәрәк. Бының әһәмиәтен беҙ “Айыҡ ауыл” конкурсы миҫалында күрҙек: Башҡортостанда эскелектән азат ауылдар барлыҡҡа килде, эсергә әүәҫ кешеләр ауылдаштары һәм күршеләренән ояла, тартына башланы. Беҙгә ошо ҡаҙаныштарҙы юғалтмаҫҡа, тағы ла һөҙөмтәлерәк саралар күрергә кәрәк.
Күптәребеҙгә Урта Азиянан килгән гастарбайтерҙарҙан үрнәк алыу ҙа ҡамасауламаҫ ине. Ишле ғаиләләрен ҡарар өсөн Рәсәйгә килеп осһоҙ хаҡҡа ла эшләргә ризалар. Бөтә ауыр, ҡара эш — улар ҡулында. Эсмәйҙәр, тартмайҙар, бер тинен дә әрәм итмәйҙәр.
Ризуан МӨХӘМӘҘИЕВ,
Башҡортостандың атҡаҙанған
мәҙәниәт хеҙмәткәре.
Балаҡатай районы.