Апайым03.10.2012
Рәйсә Шәмсетдинова Ейәнсура районының Юлдыбай (Сураш) ауылында тыуып үҫкән, ошонда белем һәм тәрбиә алған. Ошо ерҙең гүзәл тәбиғәте Рәйсә апайҙа йәштән үк кешегә мәрхәмәтле булырға, изгелек эшләргә өйрәтә, тыуған ауылына һөйөү тәрбиәләй.

Бала сағы һуғыш осорона тура килә. Ул — ғаиләлә өлкән бала. Шуға күрә иң ҙур ауырлыҡ уның иңенә төшә. Дүртенсе класты тамамлағас, Абҙан урта мәктәбенә йөрөп уҡый. Тырыш, эшсән ҡыҙ Мичурин исемендәге колхозда эшләй. Трактор йөрөтә, иген үлсәй, ылау оҙата. Аҙаҡ ФЗО-ға эләгә, Кузбасс шахтаһында тир түгә.
Ул әле Ейәнсура районының Юлдыбай ауылында йәшәй. Урындағы халыҡ уны хөрмәт итә. Матур итеп бәйләгән мамыҡ шәлдәренең иҫәбе-һаны юҡ, аш-һыуға ла бик оҫта. Сәк-сәк, икмәк, бәлештәр бешерә, барыһына ла өлгөрә. Беҙ уға ҡаҡшамаҫ һаулыҡ, оҙон ғүмер теләйбеҙ.
Зифа ҠОЛМӨХӘМӘТОВА.
Өфө ҡалаһы.


Вернуться назад