Кәбеҫтә тоҙлайбыҙ...03.10.2012
Тоҙлау өсөн кәбеҫтәнең һуң өлгөрә торған сорттары алына. Улар ҙур, тығыҙ булырға тейеш, бәләкәй һәм йәшел япраҡлылары яраҡһыҙ. Тәүҙә күсәнде иҫке япраҡтарынан таҙартырға, йыуғас, бер нисә өлөшкә бүлергә кәрәк. Кәбеҫтәне ағас таҡтаға һалып, үткер бысаҡ менән турарға. Тоҙлағанда эмаль йәки быяла һауыт ҡына ҡулланыу фарыз, алюмин һауыт зыянлы (кәбеҫтәләге кислота алюминды “ашай” һәм ризыҡ менән организмға үтеп инә). Туралған ун килограмм кәбеҫтәгә ҡырғыстан үткәрелгән 300 грамм кишер һалырға кәңәш ителә. Кәбеҫтәне әсетеп тоҙларға уйлаһағыҙ, уны 15-22 градус йылы урында тотоғоҙ, өҫтөн ауыр әйбер менән баҫтырып ҡуйығыҙ. Бер нисә көндән һыуы сығасаҡ. Шул ваҡытта баҫтырып ҡуйған әйберҙе алып, артыҡ һыуын таҙа ҡалаҡ менән түгергә кәрәк. Кәбеҫтәне көнөнә ике тапҡыр бысаҡ менән “тишеп”, газын сығарып торорға онотмағыҙ.

Корейса кәбеҫтә

Кәбеҫтә, кишер, сөгөлдөр, бер нисә тырнаҡ һарымһаҡ, бер аҙ әсе борос кәрәк булыр.

Маринад эшләү: бер литр һыуға ике аш ҡалағы тоҙ, бер стакан шәкәр ҡомо, 0,5 стакан туғыҙ процентлы аш һеркәһе, 0,5 стакан үҫемлек майын бергә ҡушып ҡайнатырға. Һауытҡа эре итеп туралған кәбеҫтә, ҡырғыстан үткәрелгән сөгөлдөр, кишер, һарымһаҡ һалырға. Өҫтөнә маринад ҡойоп, банкаларҙы ябып, бүлмә температураһында бер нисә көн тоторға.

Сәтләүекле кәбеҫтә

Бының өсөн бер килограмм кәбеҫтә, 200 грамм һуған, 100 грамм әстрхан сәтләүеге, утыҙ грамм тоҙ, ике аш ҡалағы алты процентлы аш һеркәһе, самалап ҡына һарымһаҡ, ҡыҙыл борос кәрәк буласаҡ.

Туралған кәбеҫтәне ҡайнап торған һыуға һалып, бер-ике минут бешекләргә. Унан һуң эҫе һыуҙан алып, һалҡын һыуҙа сайҡатып алырға. Һуғанды турарға, алда әйтелгән барлыҡ ризыҡтарҙы ҡушып, ут өҫтөнә ҡуйырға. Ҡайнап сыҡҡандан һуң, банкаларға тултырып ябырға. Әгәр кәбеҫтәнән һут әҙ бүленеп сыға икән, уға бер аҙ ҡайнар һыу өҫтәргә.

Баллы кәбеҫтә

10 килограмм кәбеҫтәгә 100 – 150 грамм тоҙ, 300 — 500 грамм кишер, ике сәй ҡалағы әнис, 1/4 сәй ҡалағы кориандр, хуш еҫле ҡара борос, алма, груша, слива кәрәк булыр.

Кәбеҫтәне турап, тоҙ менән ыуырға. Һауытҡа туралған алма, груша, слива менән аралаштырып һалырға. Кәбеҫтәнең һәр ҡатламы 15 сантиметрҙан артыҡ булмаҫҡа тейеш. Өҫтөнә йөк баҫтырып ҡуйырға. Кәбеҫтә әсеп, һуты барлыҡҡа килгәс, уны түгергә. Бер литр һыуға 170 грамм иҫәбенән шәкәр ҡомо һалып, һыуҙы ҡайнатырға. Ул һыуынғас, кәбеҫтәнең өҫтөнә ҡойорға. Бер нисә көндән баллы кәбеҫтә әҙер була.
Лилиә НУРЕТДИНОВА әҙерләне.


Вернуться назад