Үҙҙәренә ҡул һалып, яҡты донъянан китеүселәрҙе зыярат эсендә ҡуйыу-ҡуймау тураһында һуңғы ваҡытта халыҡ араһында һүҙ күп ҡуйырҙы. “Электән үҙ-үҙенә ҡул һалыусыларҙы зыяраттан ситкә ерләү йолаһы булған.
Шуға күрә был күренеште ыңғай баһалайым, ҡоролоҡ йылдарында уларҙың ҡәберенә ҡырҡ биҙрә һыу ташып ҡойғандарын күргәнем булды”, — тип яҙа Ғәлиә Абдрахманова “Башҡортостан” гәзитенең 13 июлдәге һанында.
Ә бына Баймаҡ районынан Фәнилә Исҡужина: “Бындай ҡарарҙы кешелекһеҙлек һәм бәғерһеҙлек тип атар инем: туғандары өсөн икеләтә ҡайғы буласаҡ. Шуға күрә муллаларға ундай аҙым яһауҙан алда туғандарының ризалығын һорарға кәрәктер, тип уйлайым”, — тигән. Мин үҙем был ике иптәштең фекере менән бик үк риза түгелмен. Үҙ-үҙҙәренә ҡул һалыусыларҙың мәйетен зыярат эсенә ҡуйырға, әммә бер яҡ мөйөшөнә, айырым майҙанға ерләү дөрөҫөрәк булыр. Эсеп үлеүселәрҙе лә — шул урынға.
Йәштәрҙең, үҙ-үҙенә ҡул һалып, яҡты донъянан китеү күренеше йышайҙы. Әлбиттә, кеше бындай аҙымды сәбәпһеҙ яһамайҙыр инде.
Ауылыбыҙ аҡһаҡалы Хәниф менән һөйләшеп ултырабыҙ. “Суицид юлын һайлаған бәндәләр үҙ-үҙенә бикләнеп йәшәй, иптәштәре, ата-әсәләре менән аралашмай. Ә уратып алған мөхит уларға ҡарата ғәмһеҙ, битараф, хәлдәренә инергә теләмәй, кәңәш биреүҙе кәрәкле тапмай”, — тип аңлатты ул был хәлде. Мин дә уның фекере менән ризамын.
Бөгөн Оҙондар ауылы халҡы һан яғынан ныҡ кәмене, урман сәнәғәте хужалығы һәм совхоз ябылды. Эшһеҙ ҡалған халыҡ, нимә эшләргә белмәй ҡаңғырып йөрөнө лә, ауылды ташлап, эш эҙләп, таралышып бөттө. Ҡайһы берҙәре эскелеккә бирелде, үҙ-үҙенә ҡул һалыусылар ҙа етерлек.
Бөгөн ауылда 251 йортта 524 кеше йәшәй, шуларҙың 49-ы — урта мәктәп уҡыусыһы, 127-һе — пенсионер. 41 өйҙә бер кем дә йәшәмәй: тәҙрәләренә таҡта ҡағылған, урам ҡапҡалары тимерсыбыҡ менән уратылған, картуф баҡсаларын алабута баҫҡан. Ҡыҫҡаһы, улар урамдарҙы йәмһеҙләп тора.
Шул уҡ ваҡытта ауылыбыҙҙа фельдшер-акушерлыҡ пункты, почта бүлексәһе, урта мәктәп, балалар баҡсаһы, өс магазин, мәҙәниәт һарайы, ауыл Советы эшләй. 2010 йылда һыу ҙа үткәрелде. Дүрт кешелә — Фәтих Ғәзизов, Юлай Ғәзизов, Фәһим Лоҡманов һәм Сөнәғәт Ғәзизовта — таҡта ярыу цехы эшләп тора: ниндәй таҡта, ниндәй штакетник кәрәк, заказ ғына бир. Утын кәрәк икән, шул уҡ эшҡыуарҙарға мөрәжәғәт итергә мөмкин. Әйткәндәй, 2014 йылда ауылға газ индереү күҙаллана. Сабынлыҡтар ифрат күп. Бесәнде трактор саба. Ә һауаһы һуң! Шундай саф! Шау-шыу юҡ.
Ҡыҫҡаһы, үлем өсөн түгел, йәшәү өсөн бөтөн шарттар ҙа бар. Был аҙымға барыусылар ошо турала уйланһын ине.
Шәмсимөхәмәт РӘШИТОВ,
хеҙмәт һәм тыл ветераны.
Архангел районы,
Оҙондар ауылы.