Көноҙоно кеше өҙөлмәй08.12.2011
Көноҙоно кеше өҙөлмәйҠариҙел ауылында йәшәүсе Барыевтар ғаиләһе алып һатыу эшенә уйламағанда тотона. 2007 йылда кредит юллап, шул аҡсаға урындағы аҙыҡ-түлек магазинында үҙ мөйөшөн аса улар. Башлап китеүе әллә ни ауыр булмай. Ғаилә башлығы Илшат һөнәре буйынса — юрист, иҡтисад колледжын тамамлаған. Бөтә ҡағыҙ эштәрен ул үҙ өҫтөнә ала. Ойоштороу мәсьәләһе иһә ҡатыны Надеждаға йөкмәтелә. Күмәкләгән яу ҡайтарған тигәндәй, бөгөн Барыевтар заманында бер мөйөшөн генә ҡуртымға алып торған магазинды һатып алған, биш кешегә эш урыны булдырған.
Ҡариҙел яҡтарында Барыевтар ише уңған, тырыш, йүнсел эшҡыуарҙар күп. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, әлеге көндә районда 600-ҙән ашыу бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекты иҫәпләнә. Эшҡыуарҙар тарафынан меңләп эш урыны булдырылған. Был да һәйбәт күрһәткес. Әлбиттә, эшҡыуарҙарҙың күбеһе алып һатыу, сауҙа эшенә нығыраҡ ылыға. Шулай ҙа араларында ауыл хужалығы, төҙөлөш, сәнәғәт тармаҡтарын үҙләштергәндәр ҙә юҡ түгел.
— Эшҡыуарлыҡ — аҡса эшләү сығанағы ғына түгел. Ул — тәү сиратта эшселәрең алдында яуаплылыҡ. Ҡулыңдан килә икән, тырыш, булдыр. Әммә бер ваҡытта ла һораған кешегә юҡ тип әйтмә. Халыҡ менән уртаҡ тел табыу, ярҙам итеү — эшҡыуарлыҡтың төп талабы. Унан һуң, бер ваҡытта ла бөгөн икмәклек Көноҙоно кеше өҙөлмәйбулды, иртәгә берәй нәмә һатылһа, тип кенә кәсеп алып барып булмай. Һин һәр ваҡыт халыҡ араһында булырға, уның уй-теләктәрен алдан күҙаллай белергә тейешһең, — ти Барыевтар.
Ысынлап та, кешеләрҙең ихтыяжын ваҡытында тоя белгәндә, уларҙың мәнфәғәтенән сығып эшләгәндә генә ниндәйҙер уңышҡа өмөт итергә булалыр ул. Барыевтар тап шулай итә лә инде. Бөгөн уларҙың Ҡариҙел ауылында урынлашҡан "Мастер" магазинынан кеше өҙөлмәй. Көнкүреш кәрәк-яраҡ, һауыт-һаба, электр ҡорамалдары артынан әллә ҡайҙа барып, эҙләнеп йөрөйһө түгел. Йәнең теләгән әйберҙе һатып алырға мөмкин. Иң мөһиме: халыҡҡа уңайлы. Ә был — Ҡариҙел эшҡыуарҙары өсөн төп шарт.
Алһыу ӘҺЛИУЛЛИНА
Ҡариҙел районы.


Вернуться назад