Өфө “йәшәрә”02.10.2012
Акция барышында баш ҡалала 2100 ағас ултыртылған

Ял көндәрендә баш ҡаланың Көньяҡ һәм Колгуев биҫтәләрендә ағас һәм ҡыуаҡтар ултыртыу буйынса сара үтте.

Бындай өмә ойоштороу теләге менән әлеге райондарҙа йәшәүселәр ҡала хакимиәтенә мөрәжәғәт иткәндән һуң, уларҙы йәшелләндереүгә 2100 ағас һәм ҡыуаҡ бүленгән. Йәй башында мэрия “Ағасты ҡайҙа ултыртабыҙ?” тигән проект тәҡдим иткән. Уға ярашлы, һәр кем ҡала хакимиәтенә мөрәжәғәт итеп, үҙ тәҡдимен ҡалдырған. Проектҡа йомғаҡ яһағанда Көньяҡ һәм Колгуев биҫтәләренән мөрәжәғәттәр күп булыуы асыҡланған. “Йәшел Өфө” йәмәғәт ойошмаһының волонтерҙары, Киров районы хакимиәте, “Көньяҡ” йорт идаралығы ойошмаһына ярҙамға эргә-тирәлә йәшәүселәр ҙә әүҙем ҡушылған.
Өмәселәр алмағас, йүкә, шыршы, ҡарағай, сейә, муйыл һәм башҡа ағастар ултыртҡан. Яҙғыһын уларҙың гөрләп сәскә атҡанын көтөргә генә ҡала. Баш ҡалала үткәрелгән бындай сараны башҡа райондар ҙа күтәреп алмаҡсы.
Л. ҒАФАРОВА.


Вернуться назад