2011–2015 йылдарға төньяҡ-көнсығыш райондарҙы социаль-иҡтисади йәһәттән үҫтереүҙең урта сроклы комплекслы программаһына ярашлы, Дыуан районында төҙөлөш һәм ремонт эштәре бара.
Программала билдәләнеүенсә, район үҙәге Мәсәғүт республика әһәмиәтендәге ҡалаға әүерелергә тейеш. Ошо маҡсатта тәүге төҙөлөш объекттары барлыҡҡа килде. Улар араһында муниципаль-ара махсуслаштырылған медицина үҙәгенең дауалау корпусы иң күләмлеһе булып тора. Был проектты финанслауға федераль бюджеттан 129,4 һәм республиканан 100 миллион һум аҡса бүленгән. Медицина үҙәгендә кардиология, травматология һәм нейрохирургия бүлексәләре урынлашасаҡ. Район хакимиәте башлығы урынбаҫары Владимир Мешавкин әйтеүенсә, төп корпус стенаһының 70 проценты һалынған. Шулай уҡ унда инженер коммуникациялары һуҙыу эше алып барыла. Төҙөлөштөң подрядсыһы — “Артстрой” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте.
Ошо уҡ ойошма социаль торлаҡ йорт һалыуҙы башлап ебәргән. Ул 33 фатирҙан торасаҡ. Бында торлаҡ менән тәьмин ителеүгә социаль гарантиялары булған граждандар йәшәйәсәк.
Әле Әй йылғаһы аша һалынған күпер йүнәтелә. Мәсәғүт ауылының Төньяҡ биҫтәһендә ун саҡрым оҙонлоҡта һыу үткәргес төҙөлә. Шулай уҡ киләһе йылда һалынасаҡ 110 урынлы балалар баҡсаһын проектлау ҙа тамамланған. Ауыл Советтары биләмәләрендә лә төҙөлөш һәм ремонт эштәре бара, урамдарға газ торбалары үткәрелә.
Илнур ХӘКИМЙӘНОВ.
Дыуан районы.