Мөрәжәғәттәрҙең күбеһе торлаҡҡа бәйле02.10.2012
Сағыштырғанда насар түгел, әммә көтөп арыусылар ҙа бихисап

Торлаҡ төҙөлөшө — республикалағы иң төп һәм ҡырҡыу проблемаларҙың береһе. Ошо тармаҡтағы сетерекле хәлдәр менән аҙым һайын тигәндәй осрашыла. Халыҡтың Президент Рөстәм Хәмитовҡа мөрәжәғәттәрендә торлаҡҡа ҡағылышлы мәсьәләләрҙең күпселекте тәшкил итеүе лә — шуға дәлил.

Шулай ҙа һуңғы өс йылға яһалған анализ йән башына торлаҡ менән тәьмин итеү күрһәткесе үҫеше буйынса, күрше төбәктәр менән сағыштырғанда, Башҡортостанда хәлдең бик үк насар түгеллеген күрһәткән. Мәҫәлән, торлаҡ фонды һиҙелерлек арта, 2011 йылда ул 89,5 миллион квадрат метр тәшкил иткән. Быйыл да иҫке йорттарҙа йәшәүселәрҙе яңы урынға күсереү буйынса эш дауам итә. 2012 йылда ундайҙар өсөн ике программа раҫланған. Был сарала республиканың туғыҙ районы ҡатнаша. Йәмғеһе 1291 кешенең торлаҡ шарттары яҡшырасаҡ.
Баш ҡаланың да төҙөлөш үҙәгенә әүерелеүен күрәбеҙ. Өфө ҡалаһы хакимиәтенең Баш архитектура һәм ҡала төҙөлөшө идаралығы белгестәре Өфөнөң йөҙө тиҙҙән күҙгә күренеп күркәмләнәсәк тип ышандыра. Әле төҙөлөш өсөн йорт биләмәләре бүлеүҙең һәм планлаштырыуҙың 70 проекты раҫланған. Идаралыҡ начальнигы Илдар Ибраһимов, йәшәргә яраҡһыҙ тип табылған биналарҙа көн итеүселәрҙе күсереү маҡсатында йорттар ултырған биләмәләр үҙгәртеп ҡороласаҡ, тип белдерҙе. Барлыҡ уңайлығы булған фатирҙа йәшәүҙе түҙемһеҙлек менән көткәндәр баш ҡалала бик күп. Мәҫәлән, авария хәлендәге 4810 йортта көн иткәндәрҙең мәсьәләһен хәл итергә кәрәк. Ә уларҙа 70 мең (!) самаһы кеше йәшәй. Идаралыҡ белгестәре әйтеүенсә, программаны тормошҡа ашырыу өсөн 2012 йылға күҙалланған барлыҡ сығанаҡтарҙан финанслау күләме 290 миллион һум тәшкил итә.
М. ҒАБДРАХМАНОВА.


Вернуться назад