Хеҙмәтенә күрә — хөрмәте02.10.2012
Башҡортостан Республикаһы Президенты указдары менән Туймазы районы муниципаль районы хеҙмәткәрҙәре: 3-сө төҙөлөш фирмаһы штукатуры Латипова Физалия Хәмзә ҡыҙы Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы менән бүләкләнде; “Хыял” төҙөлөш фирмаһы директоры Әминев Илфир Риф улына — “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе”, “Дорстрой” йәмғиәте директоры Полев Сергей Ивановичҡа — “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәре”, “Общепит” йәмғиәтенең генераль директоры Әминева Тәғзимә Мансур ҡыҙына — “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сауҙа хеҙмәткәре”, “Уралтехнострой-Туймазыхиммаш” йәмғиәтенең смена начальнигы Фәйзрахманов Раил Рәйес улына — “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған машина эшләүсеһе”, Туймазы районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлегендәге баш белгес Ғәбитова Әлиә Тәлғәт ҡыҙына — “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре”, Туймазы ҡалаһының айырым фәндәр тәрән өйрәнелгән 2-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе уҡытыусыһы Хәлфина Земфира Шәрифйән ҡыҙына — “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы”, Туймазы үҙәк район дауаханаһы табибы Еникеев Илгиз Марат улына “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған врачы” тигән маҡтаулы исемдәр бирелде.


Вернуться назад