Яңы квитанцияла бөтәһе лә күрһәтеләсәк10.12.2011
Торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү квитанциялары үҙгәрәсәк. Улар ярҙамында түләүҙең дөрөҫ иҫәпләнеүен тикшерергә мөмкин. Рәсәй төбәктәр үҫеше министры Виктор Басаргин яңы түләү ҡағыҙын раҫланы. Идарасы ойошмалар уларҙы барлыҡ төбәктәрҙә лә ҡулланырға тейеш.
Башҡортостандың Дәүләт торлаҡ инспекцияһында хәбәр итеүҙәренсә, яңы документтың төп айырмаһы шунда: бынан ары һәр ресурс (йылылыҡ, яҡтылыҡ, эҫе һәм һыуыҡ һыу) өсөн түләү ике өлөшкә — шәхси ҡулланыу (фатирҙағы иҫәп-хисап приборҙары йәки ҡулланыу нормативтары буйынса) һәм дөйөм йорт (йорттағы иҫәпләү приборҙары буйынса) ихтыяждарына бүленәсәк. Әлегә тиклем подъездарҙы яҡтыртыу һәм йылытыу өсөн түләүҙең фатир хужалары араһында нисек бүленеүен аңлау ҡыйын ине.
Бынан тыш, яңы квитанцияла коммуналь хеҙмәттәрҙең һәр төрө буйынса ҡулланыу нормативтарын күрергә мөмкин. Фатир өсөн түләүҙең дөрөҫлөгөн тикшереү өсөн башҡа документтарҙың кәрәге юҡ.
Тағы ла бер яңылыҡ: торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәттәр өсөн бүлеп түләргә мөмкин. Был айырыуса бурыслыларға ҡулай буласаҡ. Бынан тыш, ниндәй ҙә булһа хеҙмәттең хаҡы ҡайтанан иҫәпләнһә, идарасы ойошма “Иҫәпләүҙәр нигеҙе” графаһын тултырып, үҙ ғәмәлдәренә аңлатма бирергә тейеш. Яңы документ тулыраҡ мәғлүмәттәрҙе эсенә аласаҡ, йорт идарасыларына контроллек итеү еңеләйәсәк.
Ғ. НӘБИЕВА.


Вернуться назад