Онотолмаѕ осрашыу02.10.2012
Онотолмаѕ осрашыу1979 йылда миңә Ғафури районында булырға тура килгәйне. Шунда район ү∂әге Красноусолда йәшәүсе Хәлисә апай Вәлитова менән таныштым. Ул о∂аҡ йылдар халыҡ судьяһы булып эшләгән. Хәлисә апай ү∂енең оло һәм фәһемле тормошонан бик күп ҡы∂ыҡлы, тулҡынландырғыс ваҡиғалар һөйләгәйне. Шулар∂ың иң-иң ҡә∂ерлеһе — күренекле яҡташы, халыҡ шағиры Мәжит Ғафури менән осрашыу∂ар иѕтәлеге.
Хәлисә апай менән әңгәмәбе∂∂е ҡуйын дәфтәренә иѕтәлек булараҡ теркәп ҡуйғайным. Ошо фәһемле хәтирә менән уртаҡлашмаҡсымын.

— Хәлисә апай, Мәжит Ғафури∂ы тәү∂ә ҡай∂а һәм ҡасан күр∂еге∂?
— 1915 йылдың ҡояшлы йәйендә булды ул. Миңә ул саҡта ни бары 12 йәш ине. Оло Үтәш ауылында йәшәгән ирле-ҡатынлы кешеләр∂ә аѕрау∂а тора инем. Бер мәл Әсмә абыстай ҡунаҡтан ҡайтып инде лә: “Хә∂ер бе∂гә өй∂ө матур итеп йыйыштырырға кәрәк, ауылға бик абруйлы ҡунаҡтар киләсәк. Мәхмүт, пар аттар егеп, Мәжит Ғафури∂ы ғаиләһе менән алырға киткән”, — тип шатланып һөйләне. Мин Мәжит Ғафури∂ың исемен ишетеү менән тоҡанып киттем. Уның тураһында бик күп ишеткәнем бар ине. Хатта ҡайһы бер шиғыр∂арын да уҡыным, ләкин ү∂ен күрергә насип булыр тип уйламағайным.
Кемгә оҡшаған икән ул? Башымда ошо уй бутала башланы. Шафиҡ муллаға оҡшаһа, көрәк һаҡаллы, һиме∂ кешелер инде ул, ә Сабир хә∂рәткә оҡшаһа, аҡ һаҡаллы, ябыҡ бер ҡарттыр, моғайын. Ә ҡатыны Зөһрә абыстай кемгә оҡшаған икән?..
Икенсе көндә лә Әсмә абыстай, ҡунаҡтан ҡайтып: “Ғафури∂ың Әнүәр исемле улдары ла бар икән”, — тип өѕтәне. Бәләкәй Әнүәр∂е күтәреп йөрөткөм килә башланы, миңә рөхсәт итер∂әрме икән, тип борсолдом.
Шулай итеп, Ғафури∂ың бе∂∂ең Оло Үтәшкә килеүе хаҡында ишетеү генә лә бе∂∂ең өсөн оло бер байрам көтөүгә әүерелде.
— Килдеме һуң?
— Эйе, килде. Ике-өс көн үтеүгә бер ваҡыт урамда: “Ана, Ғафури ағай∂ар килә, Мәжит Ғафури ағай∂ар!.. Киләләр!” — тип ҡысҡырыша башланылар. Бөтә халыҡ урамға атылды. Бе∂∂ең кеүек ҡы∂∂ар, малай∂ар Ғафури∂ар өсөн ә∂ерләнгән йортҡа ҡарап йүгер∂е. Ололар, балалар Шәмсиямал апай∂ың ҡапҡа төбөнә йыйылды. Сәйетбаттал, Бүләк һәм башҡа бабай∂ар си∂әмгә ултырып алған. Ү∂∂әре а∂ан әйтә, ҡарсыҡтар, бигерәк тә телгә оѕта Шәмсиямал апай: “Эй, бөркөт, тағы ла тыуған яҡтарына осоп ҡайтып еткән”, — тип шатлығынан илап та алды. Бына шағир ултырған ат ҡапҡа янына килеп етте. Мәжит ағай арбаһынан төшмәѕ элек үк:
— Яҡташтарым, туғандарым, һаумыһығы∂! — тип иѕәнләште. Мөхәмәтриза ағай, тағы ла мин танымаған әллә кемдәр Ғафури∂ы кырандастан күтәреп төшөрҙө, ә Зөһрә апай∂ы ҡатын-ҡы∂ уратып алды. Әнүәр∂е лә күтәреп алып киттеләр.
— Мәжит Ғафури һе∂∂ең йортҡа индеме һуң?
— Мин торған хужа, йәғни хәлфә, тома һуҡыр ине. Уны кешеләр “ҡарый” тип йөрөттө. Сибәр ҡатыны Әсмә абыстай ∂а шулай өндәшә торғайны. Ул бер көн тағы ла ҡай∂андыр ҡайтып инде лә әкрен генә ҡарыйға: “Ғафури килеү хөрмәтенә бер мәжлес ойошторорға булғандар. Шәкерттәр мәжлесен бе∂∂ең өй∂ә үткәреү∂е муафиҡ күреп, шул хаҡта һөйләшергә ҡуштылар”, — тип хәбәрләне. Ҡарый быға бик шатланып ризалығын белдер∂е. Мәжлестә Ғафури∂ы белеүсе аңлыраҡ, фекерлерәк хәлфәләр, шағир менән “Ғәлиә” мә∂рәсәһендә уҡыған шәкерттәр ∂ә буласаҡ икән.
Мәжлескә бер нисә көн алдан ә∂ерлек бар∂ы. Унда миңә лә арыу ғына күңелле эштәр башҡарырға тура килде. Миңә тип бәләкәй генә алъяпҡыс та тегелде, насар ғына булһа ла яңы күлдәк тә өлгөр∂ө...
Табын аҡ кейе∂∂әр, аѕалы балаѕтар йәйелгән и∂әнгә ә∂ерләнде. Көндө∂ булыуға ҡарамаѕтан, тә∂рәләргә ҡалыныраҡ әйбер∂әр ҡоролдо. Өй∂өң икенсе яртыһы менән аралағы ишеккә Тайфа апай∂ың ∂ур аҡ кейе∂е ҡаплап ҡуйылды.
Мәжлескә икенсе ауылдан да килделәр. Улар араһында Камал хәлфә, Мәхмүт, Аллабир∂е исемле кешеләр, Мансур мулла һәм башҡалар бар ине. Мәжлестә Мәжит ағай∂ың күптәнге танышы Сәйетбаба ауылынан Рәхимйән Рахманғолов та булды. Ул башлап шиғыр∂ар уҡыны. Унан һү∂∂е башҡалар алды. Шулай итеп, күңелле мәжлес башланды...
— Ә Ғафури шиғыр уҡынымы?
— Ғафури ағай∂ың Зөһрә апайға һәм ҡунаҡтарға йылмайып ҡарай-ҡарай бер шиғыр уҡыуы хәтеремә уйылып ҡалған. Бына ул шиғыр (Хәлисә апай уны яттан һөйләне):
Ә∂әмдәр Зөһрәне э∂ләй∂әр күктән,
Зөһрә инде минең янымда күптән.
Мине күреп, күктән ү∂е төштө ул,
Бик ∂ур ихтирам менән күреште ул.
Шулай итеп, Зөһрә менән таныштыҡ,
Бергә йәшәр өсөн фекер алыштыҡ.
Зөһрә күктәгеләй әле лә яҡты,
Бар мәсьәләлә ул минең яҡлы...
(Мин Өфөгә ҡайтыу менән М. Ғафури∂ың һайланма әѕәр∂әрен, уның хаҡындағы иѕтәлектәр китабын, шағир тормошона ҡағылышлы башҡа йыйынтыҡтар∂ы ҡарап сыҡтым, әммә әлеге шиғыр∂ы осратманым. Бәлки, ул бығаса баѕылмағандыр ∂а? — Авт.)
Мәжит ағай Ғафури∂ы тәүләп күреүем бына шулай һис онотолмаѕлыҡ булып хәтергә уйылып ҡалды. Уның тере һыны һаман кү∂ алдымда тора.
— Артабан осраштығы∂мы?
— Эйе, 1932 йылда мине Өфөгә, Юғары судҡа эшкә саҡырғас, бер осрашҡанда уның миңә: “Бына, һеңлем, һин ғә∂елиә йорттарының юғары баѕҡыстарына атланың”, — тигән һү∂∂әре, кәңәштәре һаман ҡолаҡ төбөндә яңғырай кеүек. Бынан һуң да миңә Мәжит ағай менән тағы ла бер нисә тапҡыр осрашырға, һөйләшергә насип булды. Ү∂е лә, әѕәр∂әре лә һәр саҡ күңелем түрендә.
— Хәлисә апай, белеүемсә, һе∂ ү∂еге∂ ∂ә мәҡәләләр, шиғыр∂ар я∂аһығы∂. Бәлки, бер нисә шиғырығы∂∂ы уҡып ишеттерерһеге∂?
— Улар∂ы ү∂ем өсөн генә ижад итәм. Ә∂әбиәткә булған ғүмерлек һөйөүем, моғайын, Мәжит Ғафури ағай∂ы күреү∂ән, уның әѕәр∂әрен уҡыу∂ан башланғандыр инде ул...
Хәлисә Вәлитова апай миңә ү∂енең байтаҡ ҡына шиғырын уҡыны. Ихлас күңелдән сыҡҡан, иленә, тыуған еренә сикһе∂ һөйөү менән һуғарылған юлдар ине улар. Бына шулар∂ың берәүһе генә:
Йәшлегемдең матур бер таңында
Ҡы∂ыл сәскә атты һәр гөлөм.
Ҡы∂ыл сәскә булып иѕтә ҡалған
Комсомолға ингән ғүмерем.
Ҡоромаған минең ғүмер юлым,
Ул һаман да ҡы∂ыл сәскәлә.
Гөл-сәскәләр араһында йәшәп,
Етеп барам һикһән йәшкә лә...
Мәжит Ғафури хаҡында иѕтәлектәре, ∂ур ә∂иптең гүзәл әѕәр∂әре менән рухланып йәшәүселәр∂ең береһе Хәлисә апай инде күптән вафат. Әммә уның халыҡ шағиры тураһында илһамланып һәм тулҡынланып һөйләгәндәре һаман да хәтер∂ә һаҡлана.
Риф МИФТАХОВ.


Вернуться назад