Мәхмүт ауылында ҡаһарман яҡташыбыҙ, легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының сәйәси бүлек начальнигы, генерал Миңлеғәле Шайморатовтың уң ҡанаты Әхмәҙулла Абдуллиндың тыуыуына 100 йыл тулыуға арнап ҙур тантана булды һәм иҫтәлекле таҡтаташ асылды.
Тантананы уҡытыусы-ветеран, тарихсы Искәндәр Миһранов асып ебәрҙе. Ул — Мәхмүт ауылы аҡһаҡалы, партия өлкә комитеты архивында Әхмәҙулла Абдуллин тураһында оҙаҡ йылдар сер булып һаҡланған тарихи материалдарҙы өйрәнеп, беренсе булып халыҡҡа еткергән. Ауыл мәҙәниәт йортонда үҙәктәрҙе өҙөп ҡурай моңланды.
— Бөгөнгө тарихи ваҡиға иҫ киткес юғары әхлаҡлы, легендар командир һәм етәксе, еренә һәм халҡына йәнен аямай фиҙаҡәр хеҙмәт иткән айырым шәхескә һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан башҡа ауылдаштарыбыҙға арнала, — тине Искәндәр Абрар улы.
Ул шулай уҡ батырҙың тормош һәм хеҙмәт юлы менән дә ентекләп таныштырҙы (беҙ был хаҡта быйыл гәзиттең 57-се һәм 60-сы һандарында яҙып сыҡҡайныҡ). Иҫтәлекле таҡтаташты асыу тантанаһында батыр комиссарҙың һүрәте, уның тураһындағы ҡыҫҡаса мәғлүмәт, Мәхмүт ауылынан һуғышта ҡорбан булған һәм Еңеү менән әйләнеп ҡайтҡандар исемлеге сүкеп яҙылған. Улар иҫтәлегенә сәскәләр һалынды. Уҡыусылар ҡаһарман яугирҙәргә арнап шиғырҙар һөйләне.
Митингты ойоштороп, уртаһында ҡайнап йөрөгән Арҡауыл ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Луиза Хәйретдинова таҡтаташты асыуға күп көс һалған Искәндәр Миһрановҡа, Ғәтиәт Садиҡовҡа, ауыл старостаһы Нажиә Ситдиҡоваға, район хакимиәтенә халыҡ исеменән ҙур рәхмәт белдерҙе.
— Данлыҡлы шәхестәр күп беҙҙең районда. Йыл һайын бер батырҙың исеме асыҡланып тора, — тине район хакимиәте башлығы урынбаҫары Владислав Килдейәров. — Һеҙҙең ауылдан Искәндәр һәм Ғәтиәт ағайҙарға район хакимиәте исеменән рәхмәт әйтеп, һаулыҡ, таҙалыҡ, тағы ла тарихи асыштар теләге килә.
Әйткәндәй, байрамға Өфөнән оло ҡунаҡ — Әхмәҙулла Абдуллиндың ҡыҙы Альбина апай ҙа килгәйне. Ул ныҡ тулҡынланып, шатлыҡлы күҙ йәштәре менән ошо күптән көтөлгән ҡыуаныслы көндө тәбрикләне:
— Һеҙгә ата-бабаларыбыҙҙың беҙҙең бәхет хаҡына ғәзиз ғүмерҙәрен фиҙа ҡылғанын хәтерҙә тотҡанығыҙ, онотмағанығыҙ өсөн рәхмәт. Тыныс тормош өсөн ғүмерҙәрен аямаған ир-атҡа рәхмәт.
Йәнә лә Өфөнән ҡунаҡтар, Дим биҫтәһендә һигеҙ йыл эшләп килгән 112-се кавалерия дивизияһы музейы хеҙмәткәрҙәре Диана Мостафина менән Ирина Ҡәйүмова Салауат районынан күп тарихи материал килеүе, яугирҙәрҙең исеме әүҙем мәңгеләштерелеүе хаҡында һөйләне.
Улар шулай уҡ илебеҙгә 78 Советтар Союзы Геройын һәм биш Дан орденының тулы кавалерын (шуларҙың береһе ошо Мәхмүттеке — Фәррух Харисов) биргән 112-се кавалерия дивизияһы командиры, генерал Миңлеғәле Шайморатовҡа Рәсәй Геройы исемен биреү мәсьәләһенең бөгөнгәсә хәл ителмәүен, ҡултамғалар йыйыу акцияһының әүҙемләшеүен белдерҙе.
“Янғантау” шифаханаһы директоры урынбаҫары Ринат Әбдрәшитов һәм 112-се кавалерия дивизияһы яугире Иштимер Сафиндың улы, Салауат Юлаев музейының Әлкә филиалынан ғилми хеҙмәткәр Вилмир ағай ҙа яҡташтарын тарихи тантана — иҫтәлекле таҡтаташ асыу сараһы менән тәбрикләне.
Өфөлә уҡығанда яҡташы Әхмәҙулла Ғатаулла улы менән яҡындан танышып, осрашып, аралашып йөрөгән уҡытыусы-ветеран Вәриҙә Бәйтуллина һәр кемдең эстән янып-һыҙланып йөрөгәнен бәйән итте:
— Беҙ был эште һәр ауылда күптән башҡара алыр инек бит, мөмкинлектәр булманы түгел. Бөгөн ауылыбыҙҙа, исмаһам, бер генә ветеран иҫән булып, түребеҙҙә ултырып, рәхмәт һүҙҙәрен әйтһә ине лә, юҡ шул... Минеңсә, район хакимиәте, хәрби комиссариат батыр яугирҙәрҙең исемен мәңгеләштереүҙе артабан да хәстәрләргә тейеш.
Легендар комиссар тураһында уның алыҫ туғандары, яҡындары, әүҙем йәмәғәтсе уҡытыусы-ветерандар ҙа һөйләне. Беҙ был хаҡта шуны ғына хәбәр итәбеҙ: яҡын киләсәктә Әхмәҙулла Абдуллин тураһында китап сығарып, шунда барыһының да был хаҡта күргән-белгәнен түкмәй-сәсмәй яҙырға ниәтләйбеҙ.
Зәйтүнә ХАНОВА.
Салауат районы.