Һаман да хәтерҙә...02.10.2012
Аҡъяр урта мәктәбенең тарихы йөҙ йылдан ашыу. Ул 1908 йылда яңыса өйрәтеү ысулдары нигеҙендә ойошторолған мәҙрәсә булараҡ асыла.

1919 йылда Аҡъяр мәҙрәсәһе урта мәктәптең 1-се баҫҡысы тип иғлан ителә. Унда йәштәр ағыла. Шуларҙың береһе — Әбделғәлим Ҡунаҡасов. Урта Азияла уҡып, юғары белемле беренсе уҡытыусы булып эш башлай.
Совет хөкүмәте илдә социалистик йәмғиәт төҙөү дәүерендә мәҙәни революцияны тормошҡа ашырып, балаларға мәжбүри рәүештә ете йыллыҡ белем биреү тураһында закон сығара. Уны үтәү маҡсатында Аҡъяр тулы булмаған урта мәктәбе 1937 йылда башҡорт урта мәктәбенә әүерелә һәм районда берҙән-бер милли мәктәп барлыҡҡа килә.
1927 — 1934 йылдарҙа Аҡъяр мәктәбенә үҙ эшен яҡшы белгән, киң мәғлүмәтле Шәйәхмәт Сәйетгәрәй улы Атанғолов етәкселек итә. Был коллективта һуңынан Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған билдәле шағир, танылған мәғариф хеҙмәткәре Төхвәт Моратов та эшләй.
1934 — 1937 йылдарҙа урта мәктәп коллективын йәш белгес (һуңынан һуғыш һәм хеҙмәт ветераны) Абдулла Шәһивәлей улы Вахитов етәкләй. Уның тырышлығы арҡаһында яңы бина төҙөлә, унда меңәрләгән кеше (шул иҫәптән мин дә) урта белем алды.
Ҙур тарихлы уҡыу йортон төрлө йылдарҙа исемдәре илебеҙҙә киң билдәле, абруйлы шәхестәр етәкләне һәм бик күп танылған уҡытыусылар эшләне. Барыһы тураһында ла яҙып булмай. Шулай ҙа бер-икеһе хаҡында телгә алмаҡсымын.
1950–1955 йылдарҙа мәктәп коллективына Ғәлиә Сабитова етәкселек итте. Уны Мәғариф министрлығы Өфө яғынан ебәргәйне. Ҡыҫҡа ғына ваҡытта үҙен ыңғай яҡтан күрһәтте, абруйлы етәксегә әйләнде, талапсан, ғәҙел булды. IX — X кластарҙа уҡығанда мин мәктәптең учком рәйесе вазифаһын атҡарҙым һәм балалар менән күп кенә эш башҡара инем. Директорыбыҙ уҡыусылар менән төрлө сара ойоштороуҙы миңә ышанып тапшыра ла эштең барышын ситтән генә күҙәтә. Өлкән класс уҡыусылары Фрунзе исемендәге колхозға иген, картуф йыйырға сыға ине, ҡыш ҡар тотоу эштәрен башҡарҙыҡ.
Беҙ уҡыған йылдарҙа мәктәп утын яғып йылытыла ине. Ә уны 60 — 70 саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Йылайыр районы урманынан ҡырҡып ташыйҙар. Эшселәр табылмаған саҡта директор өлкән класс уҡыусыларын да ағас ҡырҡыуға йәлеп итергә мәжбүр булғандыр. Шулай итеп, беҙ ҙә утын әҙерләүҙә ҡатнаштыҡ. Был осраҡта хәүефһеҙлекте һаҡлау маҡсатында етәксебеҙ һәр ваҡыт арабыҙҙа булды.
Күп йылдар үткәс, Башҡортостан уҡытыусыларының белемен камиллаштырыу институтында директор булып эшләй башланым. Үҙемдең элекке остазым, ә хәҙер институтта методист булып эшләүсе Ғәлиә Талип ҡыҙы мине етәксе сифатында күреүгә шундай шатланды һәм, ысын күңелдән уңыштар теләп, ҡулымды ҡыҫып, арҡамдан һөйҙө. Был осрашыу һаман да иҫемдә һаҡлана.
Нина Семенихина, Антонина Иванова, Михаил Чурсин, Кәрим Шмельков, Абдулла Вахитов беҙгә белем биреүгә күп көс һалды, уҡытыусы хеҙмәтенә хөрмәт менән ҡарарға өйрәтте. Шуғалыр ҙа 1951 йылда Аҡъяр урта мәктәбендә белем алып, ҡулға аттестат тотҡан һигеҙ уҡыусының бишәүһе педагог һөнәрен һайланы һәм уңышлы эшләп пенсияға сыҡты. Мин күп һыуҙар аҡҡас, 1962 — 1967 йылдарҙа, мәктәбемдә директор һәм уҡытыусы булып эшләү бәхетен татыным.
Белем усағының педколлективы ҡыҫҡа ваҡыт эсендә эшһөйәр, тырыш йәш уҡытыусылар менән тулыланды. 1964/65 уҡыу йылында эшләүселәр араһында физика-математика һәм гуманитар фән уҡытыусылары барыһы ла юғары, ә башланғыс класс педагогтары махсус урта белемле ине.
Балалар уҡытыуҙағы уңыштары өсөн Нина Севастьянова, Ғәлимә Мөхәмәтова — “БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы”, Лена Арыҫланова, Нина Семенихина, Панна Лущенко — “РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы”, Рәшит Насиров “СССР мәғариф отличнигы” тигән исемдәргә лайыҡ булды. 1964 йылда мәктәп тарихында беренсе булып XI класты тамамлаған Валентина Кузнецова, Зилә Ҡунаҡасова, Валентина Лизагуб, Мария Тышенко үҙҙәрен алтын миҙалға дәғүә итеүселәр тип белдерҙе. Уҡытыусылар улар менән әҙерлек эшен көсәйтте, һөҙөмтәлә һәр береһе дәүләт имтихандарын һәйбәт тапшырҙы.
Мин директор булып эшләгән йылдарҙа өлгөргәнлек аттестаты менән бер рәттән ун бала уҡыуҙағы уңыштары өсөн алтын, бер уҡыусы көмөш миҙал менән наградланды. Барыһы ла тормошта үҙ урынын тапты, кемеһелер фән өлкәһендә, икенсеһе техник тармаҡта, өсөнсөһө инженер, врач, уҡытыусы булып эшләне.
Беҙҙә Маҡан, Мәмбәт, Байғусҡар, Подольск, Турат, Йәнтеш, Яңы Ергән, Әбүбәкер ауылдарынан йөҙәрләгән бала уҡыны, мәктәп янында интернат ойошторолдо.
Ил өсөн кәрәкле белгестәр — Исхаҡ Дәүләтбирҙин, Башҡортостан ауыл хужалығының атҡаҙанған хеҙмәткәрҙәре Ҡәҙим Ҡәйепов, Хәлит Килдебаев, Әмирхан Салауатов, Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ҡәҙим Аралбаев, күренекле шағир, публицист, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ғәзим Шафиҡов, күренекле ғалимдар һәм дәүләт эшмәкәрҙәре Миҙхәт Мәмбәтов, Әмир Юлдашбаев һәм башҡалар менән ғорурланабыҙ.
Роберт АРЫҪЛАНОВ,
хеҙмәт ветераны, Башҡортостандың атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре.


Вернуться назад