Әсәй! Ошо наҙлы һүҙҙе әйткән һайын бер күренеш күҙ алдына баҫа: өҫтәл түрендә самауыр йырлай, әсәйем сынаяҡтар теҙеп ҡуйып сәй яһай, атайыбыҙ шат йылмая, ә беҙ өсәүләшеп баллы-майлы икмәк ашайбыҙ, алдыбыҙға сәй килгәнен көтәбеҙ.
Ысынлап та, әсәй эргәлә саҡта ғына табындар түңәрәк була, өҫтәлдән һөтлө сәй менән бал-май өҙөлмәй. Әгәр ҙә ул берәй ергә китһә, өйҙөң бер ҡото ла ҡалмай, тирә-яҡ ҡараңғылана.
Һәр кемгә үҙ әсәһе — иң матуры, аҡыллыһы һәм һөйкөмлөһө. Минең өсөн дә әсәйем донъялағы иң ғәзиз кеше. Үҙе эшләгән Илеш районының Үрге Йәркәй ауылындағы 1-се гимназияла уны Ғәлимә Мансур ҡыҙы Ғәлиева тип беләләр. Уҡытыусылыҡ эшенә ул 35 йыл ғүмерен бағышлаған.
Әсәйем Әлшәй районының Һарыш ауылында, Дим йылғаһы буйында тыуып үҫә. Бәләкәйҙән ҡыҙыҡһыныусан, шаян, көләс була. Әҙәби китаптар яратҡан әсәйем беҙ юғары класта уҡыған романдарҙы башланғыс класта уҡ уҡый. Әле лә ҡулынан китап төшмәй, күпләп гәзит-журнал алдыра, театрға йөрөргә ярата. Шуға ла дуҫтары араһында әҙәбиәт, сәнғәт өлкәһендә эшләүсе аҡыллы, уҡымышлылар байтаҡ. “Тормошто һөйә белгән кешеләр менән генә аралашығыҙ. Гел зарланып, йөҙөн һытып йөрөгән, һүҙендә тормаған, ялҡау әҙәмдәрҙән йыраҡ йөрөгөҙ”, — тип өйрәтә беҙҙе әсәйем.
Ҡәҙерле кешемдән ниндәй генә кәңәш һораһам да күңелде нурландырырлыҡ, иңдәргә ҡанат ҡуйырлыҡ һүҙҙәр таба белә. Уны үҙ балалары ғына түгел, мәктәптәге уҡыусылары ла ярата. Байрамдарҙа өйөбөҙҙән кеше өҙөлмәй, туҡтауһыҙ телефон шылтырай, открытка һәм телеграммалар килә. Шуның өсөн әсәйем менән ғорурланам.
Ғәзиземдең белмәгән эше юҡ. Ул бәйләгән шәлдәрҙе ябынһам, кофталарҙы кейһәм, барыһы ла һоҡлана. Күңел йылыһы һалып бешергән бәлештәре, аштары телде йоторлоҡ.
Әсәйем бихисап уҡыусыһына тормошта дөрөҫ юл һайларға ярҙам итте. Тел һәм әҙәбиәт дәрестәрендә ул балаларҙы туған телде ҡәҙерләргә, Тыуған илде һөйөргә, милли мәҙәниәтте хөрмәтләргә өйрәтә. Тиҫтәләгән уҡыусыһы үҙе кеүек башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта. “Кем генә булып эшләүҙәренә ҡарамаҫтан, уҡыусыларым яҡты күңелле булһын, изге эштәре менән айырылып торһон”, — тип теләй әсәйем.
Гөлнур ҒАРИПОВА,
Башҡорт дәүләт аграр
университеты студенты.
Илеш районы.