Әбйәлилдә шиғри күңелле, сәсән телле ағинәйҙәр байтаҡ. Уларҙың күбеһе районда ғына түгел, хатта республикала ла киң билдәле. Шуларҙың береһе Мәфтуха Мусина Ҡырҙас ауылында йәшәй. Шуныһы һөйөнөслө: күптән түгел ул ҡулына “Сәсәниә һүҙе” тип аталған шиғри китабын алып шатланды.
Төрлө йылдарҙа ижад ителгән шиғыр, таҡмаҡ, йыр, бәйет һәм әкиәттәр, йомаҡ һәм боронғоларҙың әйтем-мәҡәлдәренән торған йыйынтыҡтың “Сәсәниә һүҙе” тип аталыуы юҡҡа түгел, сөнки Мәфтуха Астанғәле ҡыҙының күңеленән урғылған, йөрәк түренән сыҡҡан һүҙҙәре аҡ ҡағыҙға теҙелгән. Сәсәниә ниндәй генә байрам булмаһын, ниндәй генә абруйлы ҡунаҡтар килмәһен, һәр ваҡыт шиғри сәләмдәре менән ҡаршы ала. Мәфтуха инәйҙең зиһененә, һәр шиғырын яттан белеүенә хайран ҡалырлыҡ.
Бала сағы ауыр осорға тура килгән, быуыны ла ҡатып өлгөрмәгән үҫмер һуғыш йылдарында колхоз эшенә егелә. Аҙаҡ эшкә әрһеҙ бер нисә ҡыҙҙы Белорет яғына ағас әҙерләргә ебәрәләр.
— Үгеҙ егеп сығып киттек. Юлда бер фатирға төштөк, хужабикәнең ике балаһы бар, ире һуғышта. Үҙҙәре аслы-туҡлы, бар ғына ризығын беҙҙең алға ҡуйҙылар. Ул саҡтағы кешеләрҙең киң күңелле булыуына иҫең китер, — ти инәй.
Шул аяуһыҙ осорға арнап яҙған таҡмаҡтарында изгелек ҡылған кешеләрҙе рәхмәт менән телгә ала, замандың ауыр мәлен үҙ елкәһендә татып, нужа һурпаһын етерлек һемергәнгә күрә, тормошто бар тулылығында тасуир итә.
Күңеленең болоҡһоу, ҡыуаныслы мәлдәрендә лә уның һәр саҡ башҡаларҙың күңеленә юл табырлыҡ, йөрәктәрҙе ярһытырлыҡ һүҙ таба алыуы һоҡландыра. Күптәр ағинәйҙең сәхнәләрҙә үҙ әҫәрҙәрен илһамланып уҡыуын әле лә яҡшы хәтерләй. Сәсәндәр бәйгеһендә, район һәм республика буйынса үткән шиғыр конкурстарында Мәфтуха Мусина һәр саҡ еңеүселәр араһында булды.
Ете бала тәрбиәләп үҫтергән әсәгә һоҡланмайынса мөмкин түгел. Ошо йәштә булыуына ҡарамаҫтан, бер үҙе ғаилә усағын һыуытмай, атай нигеҙен ҡоротмай донъя көтә, гөлдәр үҫтерә, балаларының һәр береһен ҡаршы алып, йылы һүҙ менән оҙатып ҡала. Шуныһы ҡыуаныслы: сәсән инәйҙең ижади һәләте ҡыҙы Рәхимәгә лә, ейән-ейәнсәрҙәренә лә күскән. Тимәк, быуындар сылбыры дауам итә, сәсән һүҙе тынмаясаҡ.
Кәримә УСМАНОВА.
Әбйәлил районы.