Мөлкәтеңде теркәнеңме?08.12.2011
Башҡортостанда дәүләт ер кадастрын һәм күсемһеҙ милек объекттарының дәүләт иҫәбен алып барыуҙың автоматлаштырылған системаһы булдырыла. Был эш “Күсемһеҙ милеккә идара итеүҙе, ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәрен реформалауҙы һәм көйләүҙе мәғлүмәттәр менән тәьмин итеү” һәм “2006 — 2012 йылдарҙа күсемһеҙ милек кадастры системаһын ойоштороу” айырым маҡсатлы федераль программалары буйынса башҡарыла.
Система ойоштороу ерҙе һәм башҡа күсемһеҙ милекте һөҙөмтәле файҙаланыуға, уларҙы әйләнешкә индереүгә, күсемһеҙ милек баҙарында йәмғиәттең һәм граждандарҙың ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереү маҡсатында инвестиция эшмәкәрлеген дәртләндереүгә булышлыҡ итә. Ул шулай уҡ күсемһеҙ милеккә хоҡуҡтарҙы гарантиялауға, ошондай объекттар тураһында тулы һәм дөрөҫ мәғлүмәттәр сығанағы булдырыуға, дәүләт хеҙмәттәрен камиллаштырыуға булышлыҡ итә.
“Росреестр”ҙың Башҡортостан Республикаһындағы идаралығы ер өлөштәренә милек хоҡуғын теркәмәгән граждандар һанын билдәләү маҡсатында күсемһеҙ милеккә хоҡуҡтарҙың һәм уларға бәйле килешеүҙәрҙең Берҙәм дәүләт реестрындағы мәғлүмәттәргә анализ яһаны. Уның һөҙөмтәһендә быйыл 1 ноябргә ҡарата граждандарҙың ергә хоҡуғын дәүләт теркәүе барышы тураһында мәғлүмәттәр әҙерләнде.
Р. ХӘМИҘУЛЛИН.


Вернуться назад